Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Сентябрь 2020, 16:34

COVID-19-ҙың ике сере

Был ҡәһәрле сирҙең ағышын алдан билдәләп була, тип белдерә ғалимдар. Шулай уҡ улар пациенттарҙың ҡанында ни сәбәптән тромбтар барлыҡҡа килеүен һәм уларға ҡаршы нисек көрәшеп булыуын асыҡлаған.

Канадалағы Лоусондың Медицина тикшеренеүҙәре институты һәм Көнбайыш университетының бер төркөм белгестәре йәмәғәтселеккә күптән түгел яһаған асыштарын тәҡдим иткән. Был хаҡтағы мәҡәләләр Critical Care Explorations журналында донъя күргән.

Тәүге тикшеренеүгә килгәндә, ғалимдар 30 кешенең ҡан плазмаһындағы меңдән ашыу аҡһымдарҙың концентрация кимәлен үлсәгән. Пациенттарҙың бер тиҫтәһе коронавирус инфекцияһының ауыр төрө менән реанимация бүлегенә госпитализацияланған, тағы унауы башҡа инфекциялар менән реанимацияға эләккән, ә тағы ла ун кеше сәләмәт булған һәм контроль төркөмгә ҡараған.

Тикшереү барышында алты аҡһым молекулаһы билдәләнгән. Уларҙың ҡандағы концентрацияһына ҡарап, COVID-19 менән сирле пациент интенсив терапия бүлегендә тәүге көн ятҡанда уҡ артабан хәлдең нисек булырын, кешенең йүнәлерен йәки сирҙең насар тамамланырын күҙаллап була, ти белгестәр.

“Әлеге ваҡытта өҫтәмә тикшеренеүҙәр талап ителә, әммә беҙ асыҡлаған биомаркерҙарға тулыһынса ышанабыҙ һәм улар буйынса пациентты медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәндә үк, реанимацияға урынлаштырғанға тиклем, сирҙең ағышын күҙаллап була, тип белдерәбеҙ”, — ти тикшеренеү авторҙарының береһе Дуглас Фрэйзер (Douglas Fraser).

Икенсе тикшеренеү барышында Фрэйзер һәм уның хеҙмәттәштәре COVID-19 вирусын ауыр формала үткәреүселәрҙә сирҙең үлемесле ҡатмарлашыуының биологик сәбәптәрен асыҡларға тырышҡан. Һүҙ үпкәнең ваҡ ҡан тамырҙарында тромбтар барлыҡҡа килеүе тураһында бара. Был үҙ сиратында тамырҙарҙың тығылыуына һәм организмда кислород ҡытлығына килтерә.

Быға тиклем иһә ошондай ҡан төйөрҙәренең күпләп барлыҡҡа килеүе ҡан ойошоу системаһының цитокин штормына – вирусҡа иммун системаһының үтә көслө яуап биреүенә яуабы итеп ҡарала ине. Шуға ла пациенттарға антикоагулянттар – ҡан ойошоу системаһының аномаль әүҙемлеген кәметкән препараттар тәғәйенләйҙәр.

Әммә Фрэйзер һәм уның хеҙмәттәштәре, үрҙә телгә алынған утыҙ кешенең ҡан өлгөләрен тикшереүҙе дауам итеп, тромбтар барлыҡҡа килеүҙең нигеҙендә башҡа сәбәп ятҡанлығын асыҡлаған. Улар цитокин штормы ваҡытында гликокаликсты — ҡан ағымы менән ҡан тамырҙарының эске стеналары араһындағы һаҡлаусы ҡатламды юҡҡа сығарған ферменттар барлыҡҡа килеүен билдәләгән.

Гликокаликс, башҡа үҙенсәлектәренән тыш, ҡандағы тромбоциттарға ҡан тамырҙары стеналарына йәбешергә бирмәй. Ә гликокаликс зарарланғанда, ҡан ойошоу күренеше башлана.

Ошонан сығып, ғалимдар COVID-19 менән сирләгән ауыр пациенттарҙа тромбозды дауалағанда һәм иҫкәрткәндә антикоагулянттар урынына гликокаликсты һаҡлаусы һәм тергеҙеүсе препараттар ҡулланырға тәҡдим итә. Әммә әлегә был асыштарҙы клиник тикшереүҙәр нигеҙендә иҫбатларға кәрәк.

Коронавирустан дауа... серәкәйгә ҡаршы спрейҙа

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тап спрейҙағы матдә COVID-19-ға ҡаршы һөҙөмтәлелек күрһәткән.

Был хаҡта Sky News телеканалы Оборона фәне һәм техникаһы лабораторияһына (DSTL) һылтанып хәбәр итә.

Великобританияның ошо ойошмаһы үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, цитридиол тигән матдә яңы коронавирус штамдарын юҡҡа сығарырға һәләтле.

Был матдә бөжәктәргә ҡаршы репелленттар составында бар. DSTL ғалимдары шуны билдәләй: цитридиол айырым алғанда үлемесле вирустан ҡотҡармай, әммә өҫтәмә һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланылыуы ихтимал.

Цитридиолдың һөҙөмтәлелеге тураһындағы мәғлүмәттәр әле апрелдә үк билдәләнгән. Бынан һуң DSTL белгестәре матдәне ныҡлап тикшерә башлаған. Цитридиол етештереүсе Citrefine International Ltd компанияһының идарасыһы Жаклин Уотсон (Jacqueline Watson) Бөйөк Британия хөкүмәтенән тест үткәреүҙең рәсми программаһына ярҙам күрһәтеүҙе һораған.

Июндә иһә Америка ғалимдары SARS-CoV-2 вирусына ҡаршы һөҙөмтәлелек күрһәткән антиматдә ҡатнашмаһын асыҡлаған. Был антиматдәләр S-аҡһым менән бәйлә­нешкә инә ала. Үҙ сиратында был аҡһым төрө коронавирус күҙәнәккә ингән саҡта вирусты зарарһыҙлан­дырыуҙа ҙур роль уйнай.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
фото ИА «Башинформ»
Читайте нас: