Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Сентябрь 2020, 13:25

Нисек йәшерәк күренергә?

Ун йәшкә йәшерәк күренергә мөмкинлек бирә торған ябай ғына кәңәштәр бар. Уларҙы уҡый башлағансы көҙгө янына баҫып, унан баҡҡан кешегә: «Һин шундай йәш һәм матур» тип әйтергә онотма.

Йылмай

Ысын күңелдән йылмая белгән кешеләр һәр ваҡыт йәшерәк һәм һайыҡмаҫ энергиялы булып күренә. Быны тикшеренеүҙәр ҙә раҫлаған. Унда ҡатнашҡандар фоторәсем буйынса кешеләрҙең йәштәрен билдәләргә тейеш булған.
Бер үк кеше етди ҡиәфәт менән төшкән фотоһүрәттә – өлкәнерәк, ә йылмайып төшкәндәгендә йәшерәк күренгән. Йылмай! Көлөү ғүмерҙе генә түгел, йәшлекте лә оҙайта.

Күберәк виноград аша

Виноград, груша, сливаларға баллылыҡ бирә торған сорбит – бик көслө тәбиғи дымландырғыс матдә.
Ә битте дымландырыу – йәшлекте оҙайтыуҙың төп серҙәрҙең береһе.

Ҡаштарыңа иғтибар ит

Ҡаралған ҡаштар – ҡартлыҡҡа ҡаршы макияждың төп принцибы. Улар еп кеүек нәҙек булырға тейеш түгел.
Төҫө лә сәс төҫөнән бер-ике тонға яҡтыраҡ булыуы зарур. Шул рәүешле, иғтибарҙы күҙҙәреңә йәлеп итерһең. Ҡарашың йәшерәк күренер.

Ҡул тиреһен тәрбиәлә

Ҡул тиреһе – беҙҙең паспорт. Ул биткә ҡарағанда йәште теүәл “әйтеп бирә”.
Ҡулдарыңды һәр көн дымландырыу ғына түгел, туҡландырырға ла өйрән. Уны ультрафиолет нурҙарынан да һаҡлау мөһим.

Күберәк йәшелсә һәм йәшел тәмләткестәр аша

Йәшелсә, бигерәк тә томат беҙҙең күҙә­нәктәрҙе ҡартайырға мәжбүр иткән радикалдар менән көрәшкән витамин һәм микроэле­менттарға бай.

Помидорҙарҙа булған липокин тирене ҡояш нурҙарынан һаҡлай. Томат йәйге менюла һәр ваҡыт булырға тейеш.

Майлы балыҡ аша

Аҙнаға ике порция майлы балыҡ ашау баш мейеһен ҡартайыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ мускулдар тығыҙлығын тәьмин иткән микроэле­менттарға бай.

Ҡайһы бер косметологтар раҫлауынса, даими рәүештә майлы балыҡ ашаусыларға ҡартлыҡҡа ҡаршы кремдар ҡулланырға ла кәрәкмәй.

Спорт менән шөғөллән

Аҙнаға дүрт тапҡыр спорт менән шөғөлләнеү мускулдарҙы тонуста тотасаҡ һәм сәләмәт йоҡо “бүләк итәсәк”. Бының өсөн спорт залына йөрөргә кәрәк тә түгел. Теләге булған кешеләргә үҙҙәренә кәрәкле программаны интернеттан да табырға була.
Ә тейешенсә йоҡламау – ҡартайыуға килтергән сәбәптәрҙең береһе. Аҙнаға 150 минут спорт менән шөғөлләнһәң, һөҙөмтәһен бик тиҙ һиҙерһең. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк!


Автор: С. ҒӘЛИН әҙерләне.
Читайте нас: