Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Сентябрь 2020, 16:25

Аяҡ ниңә шешенә?

Аяҡ шешенеүе байтаҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Уның сәбәбен йыш ҡына шыйыҡлыҡты күп эскәнгә һәм тоҙло аҙыҡ ашағанға япһаралар, тик табиптар бының менән һис тә риза түгел. Аяҡтың шешенеүен ниндәйҙер бер сирҙең сағылышы тип ҡарарға кәрәк.

Тәүге сәбәп – хроник йөрәк эшмә­кәрлегендә хәлһеҙлек эҙемтәһе. Был – үтә етди сир, уның барлыҡҡа килеүенә, нәҫел сирҙәренән тыш, вирус һөҙөм­тәһендәге ауырыуҙар ҙа йоғонто яһай. Икенсенән, ҡан тамырҙары сирҙәре арҡаһында аяҡтың шешенеүе ихтимал. Өҫтәүенә ул ауыртһа, ҡыҙарһа, мотлаҡ хирургка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәрән ҡан тамырҙары тромбозы сәләмәтлек өсөн бик хәүефле, табипҡа күренеүҙе һуңлатмағыҙ.
Лимфа тамырҙары буйлап артыҡ шыйыҡлыҡ ағымы йөрөй. Ҡан төйөндәре шешенгәндә, был ағымдың аҡрынайыуы мөмкин. Ғөмүмән, лимфа төйөндәренең ҙурайыуы – бик етди билдә, шуға күрә ҡан тамырҙары хирургына күренеүҙе оҙаҡҡа һуҙмау хәйерле.
Матдәләр алмашыныуы боҙолоуы арҡаһында ла аяҡтың шешенеүе ихтимал. Үҙегеҙҙәге шештәрҙең сәбәбен аныҡ билдәләй алмаясаҡһығыҙ, диагнозды бары белгес кенә ҡуйырға тейеш. Әммә сәләмәтлеккә бәйле ҡайһы бер проблемаларҙы иҫкәртеп була, хатта ябай ғына тойолған гигиена саралары ла ярҙамға киләсәк.
Хәҙер бәшмәк сирҙәренән күптәр яфалана, ә уларҙан ҡотолоуы еңел түгел. Мунса, бассейн, аквапарк һәм фитнес үҙәктәрендә үҙегеҙ менән алып килгән резина аяҡ кейемен генә кейегеҙ.
Бер рәүештә оҙаҡ ултырырға йәки баҫып торорға ярамай. 40 минут һайын урынығыҙҙан тороп, хәрәкәтләнергә онотмағыҙ. Бейек туфлиҙа йөрөү арыта, аяҡтарҙы шешендерә. Артыҡ яҫы табанлы аяҡ кейеме лә зарарлы.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас: