Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Август 2020, 17:08

Иммунитетты нығытайыҡ

Иммунитет – күҙәнәк һәм туҡымаларҙа үҙгәрештәр барлыҡҡа килтергән инфекциялы агенттарға һәм сит матдәләргә ҡаршы тороусанлыҡ. Иммунитеттан күп нәмә тора: беҙҙең һаҡлау системаһы “ватылһа”, организм микробтар тарафынан юҡҡа сығарыла һәм кеше һәләк була. Иммун системаһы кешелек эволюцияһы дауамында тәбиғи һайлап алыуға һәм иҫән ҡалыуға ярҙам итеүсе фактор булараҡ үҫешкән.

Биологик роле – организм­дың бөтә ғүмер буйына генетик бөтөнлөгөн һаҡлау. Иммуни­тет­тың бурысын уның күҙәнәк­тәре – макрофагтар үтәй. Был ҡандың аҡ күҙәнәктәре үҙҙә­ренең рецепторҙары ярҙа­мында “дошман” күҙәнәктәрен таный һәм улар менән көрәшә, шулай уҡ организмдан токсин­дарҙы, тарҡалған продукт­тарҙы сығара. Тап уның арҡаһында мат­дәләр алмашыныу процестары – метаболизм көйлө эшләй, ҡаты ауырыуҙарҙан һуң организм көсө тергеҙелә.

Эсәклек – бактериялар өсөн “ожмах”. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, унда организмы­быҙҙағы микроорганизмдар менән әүҙем аралашыусы иммун күҙәнәктәренең 80 проценты урынлашҡан. Эсәк микро­фло­раһы бактериялары эсәк­лек­тең иммун системаһы күҙә­нәктә­ренең өлгөрөү һәм әү­ҙемләшеү процесында ҡат­наша һәм вирустарға ҡаршы тороусан­лығын көсәйтә. Ә иммунитетты нимә ҡаҡшата һуң?

Уның тотороҡлоғона йо­ғон­то яһаусы сәбәптәрҙең береһе – дөрөҫ туҡланмау арҡа­һында ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәр­легенең боҙолоуы. Майлы һәм ыҫланған аҙыҡтарҙың ҡанды фильтрлаусы һәм токсиндарҙы сығарыусы бауырҙы эшлектән сығарыуы мөмкин. Тәмәке тартыу иммун системаһын ҡаҡша­тыуҙан тыш, шеш һәм онкологик процестарҙың үҫешенә бу­лышлыҡ итә. Физик көсөргәнеш һәм хәрәкәттең етешмәүе мат­дәләр алмашыу процесын тотҡарлай, ҡан әйләнешен аҡрынайта.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иммунитет һәр саҡта ла зарарлы кү­ҙәнәктәрҙе “таный” алмай, сөн­ки кинәт үҙгәргән (мутация) күҙәнәктәр иммун система­һы­ның һиҙгерлеген “йоҡомһората” һәм организмда яман шештәр үҫешенә килтерә. Хәҙерге заман медицинаһында иммун системаһын әүҙемләштереү өсөн сара бар – кешенең үҙ иммунитеты ҡеүәтен файҙа­ла­ныуға, яман шеш күҙәнәк­тәрен таныу өсөн шарттар тыу­ҙырыуға йүнәлтелгән ысул иммунотерапия тип атала. Был ысулдың нескәлектәрен аңла­тыуҙы табиптар ҡарамағына ҡалдырайыҡ. Ә беҙ үҙебеҙ иммунитетты күтәреү өсөн көн­дәлек тормошта нимә эшләй алабыҙ?

Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙә арыу-талсығыу тояһығыҙ, йыш ауы­рыйһығыҙ икән, тимәк, уйла­нырға урын бар. Сәләмәт тормош алып барыу – иң мөһиме. Баланслы туҡланыу, йәшелсә, емеш-еләк ашау, күберәк таҙа һыу эсеү, саф һауала йөрөү, физик эш менән шөғөлләнеү – бына иң төп ҡағиҙәләр. Һау­лығығыҙ торошона иғтибарлы булығыҙ, йылына бер тапҡыр булһа ла терапевҡа күренегеҙ.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото Т.Роза
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: