Даирә
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Август 2020, 11:55

“Пандемия оҙаҡҡа һуҙыласаҡ...”

Дауаханаларҙағы 38 пациент ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Кисә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының ғәҙәттән тыш комитеты ултырышында коронавирус пандемияһының оҙаҡҡа һуҙыласағын белдерҙеләр. Комитет вәкилдәренең белдереүенсә, был ваҡиға халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Эксперттар уны бары күмәк көс менән генә еңеп буласағын белдерҙе һәм йәштәрҙе сир таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә сараларҙы ҡулланырға саҡырҙы. Эксперттар тағы ла өс айҙан йыйылып, пандемия менән бәйле хәлгә баһа бирәсәк.
Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандарҙың һаны 35-кә артып, бөтәһе 6 815-кә етте. Әле 1 592 кеше дауалана. Дауаханаларҙағы 38 пациент ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Өҫтәүенә пневмония менән сирләүселәр һаны арта, һуңғы тәүлектә 64 кешелә ошо диагноз раҫланған. Бөтәһе республикала 5 200 кеше һауыҡҡан.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 5 427 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 70 ауырыу вафат булған.
Фото:GTRK.tv
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Pandemiya-o-a-a-u-ilasa-392087/
Читайте нас в