Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Август 2020, 14:05
Быйыл прививкаһыҙ булмаҫ...
Быйыл грипптан халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш. Вакцина бушлай буласаҡ.
Быйылғы көҙ һәм ҡышты бер ни тиклем хәүеф менән көтәбеҙ. Яңы коронавирус инфекцияһына быға тиклем билдәле булған грипп һәм башҡа инфекциялар ҙа килеп ҡушыласаҡ. Ҡайһы бер белгестәр белдереүенсә, быйыл грипптың да икенсерәк булыуы ихтимал.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында халыҡҡа вакциналар ҡуйыу буйынса һөйләшеү булды. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, быйыл грипптан халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш. Вакцина бушлай буласаҡ. Сентябрҙең тәүге яртыһында улар килеп етәсәк.
Июль айында пневмоккок инфекцияһынан (пневмония) вакцинация башланды. План 50 мең кеше булһа, әлегә ул 9 процентҡа үтәлгән. Был прививкаларҙы август аҙағына тиклем ҡуйып бөтөү планлаштырыла.
– Гриппты әҙер булып ҡаршы алырға кәрәк, етди эпидемия вәғәҙә итәләр. Былтыр эпидемияның пик осоро декабрҙең икенсе яртыһы, ғинуар башына тура килгәйне. Шулай уҡ дауаханаларҙы ла әҙерләү кәрәк. Грипп менән сирләгәндәр коронавирус менән сирләгәндәр янында ята алмай бит, ағымдарҙы айырыуҙы уйларға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе вакцинаны тәү сиратта Хөкүмәт ағзаларына ҡуйырға кәңәш итте. Беренсенән, улар башҡаларға өлгө булһа, икенсенән, ҡыш буйы ауырып, эштән төшөп ҡалыу кәрәк түгел, тине ул.
Фото:
lekoboz.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Biyil-privivka-i-bulma-392855/
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде