Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Июль 2020, 22:17

Аяҡтарың һыҙлаһа... лавр ҡуллан

Халыҡ дауаһының файҙаһы ифрат ҙур: ҡайһы берҙә, хатта дарыу-уколдар ярҙам итмәгән осраҡта, тап ошо алымдар килешеп ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға аяҡтың һыҙлауын баҫа торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн өс ҡап лавр япрағы алырға кәрәк. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатып сығарығыҙ. Һыуҙы аяҡтар бешмәҫлек булғансы һыуытығыҙ һәм 20 минут дауамында аяҡтарҙы ошо һыуҙа тотоғоҙ. Унан йылы ойоҡтар кейергә кәрәк.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Икенсе көндә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға кәрәк.
Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.
Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!
Фото:Т.Роза
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: