Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Июль 2020, 11:45

Ауыр хәлдәгеләр өс тиҫтәнән ашыу

Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 535 759 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 7040.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 35 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 6571-кә етте. Һауыҡҡандар – 4836 (һуңғы тәүлектә 4 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 22. Республика стационарҙарында – 201 (шул иҫәптән 35 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1512 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 535 759 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 7040.
Пневмония менән сирләгәндәр бер тәүлектә 113 кешегә артҡан, 85 кеше ошо сирҙән дауаланып, өйөнә ҡайтарылған.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Auir-h-ld-gel-r-s-ti-t-n-n-ashiu-383594/
Читайте нас: