Студент йылдарында Ҡырмыҫҡалы егете Рафиҡ Саяповҡа кейәүгә сыҡҡандан һуң, Винерита Марс ҡыҙының яҙмышы беҙҙең район менән бәйләнә. Йәштәр үҙәк район дауаханаһында эш башлай: Рафиҡ Фирҙәүес улы хирург булһа, Винерита Марс ҡыҙы – акушер-гинеколог. Табиптар ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тыуа. Әңгәмәләшсем әйтеүенсә, балалары Айҙар менән Гүзәл медицинала эшләүҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын күреп үҫкәнгә күрә, яҙмыштарын был өлкә менән бәйләүгә ҡырҡа ҡаршы булалар. Хатта бер мәлде 31 декабрҙә Яңы йыл шыршыһы янында бер ҡасан да медицинаны һайламайбыҙ, тип ант бирәләр.
Байрам табыны әҙерләп, яңы йыл ҡаршы алырға йыйынып йөрөгәндә район үҙәк дауаханаһынан “аналыҡтан тыш йөклөлөк” менән бер ҡатынды килтерҙеләр, тип хәбәр иттеләр. Шулай итеп, балаларҙы өләсәләренә ҡалдырып, ирем менән икебеҙгә лә дауаханаға операцияға ашығырға тура килде. Беҙ өйгә ҡайтҡанда балалар йоҡлай ине инде. Шул көндө бер ҡасан да табип булмайбыҙ, тип ант биргәндәр. Әле булһа улар бала сағыбыҙ атай-әсәйҙе көтөп, тәҙрә төбөндә үтте, тип йыш ҡына иҫкә төшөрөп торалар, - ти Винерита Марс ҡыҙы. Бөгөн уларҙың икеһе лә тормошта үҙ урындарын тапҡан, улдары Айҙар район хакимиәтендә юрист, ә Гүзәл банк системаһын һайлаған. “Сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булығыҙ”
Оҙаҡ йылдар дауамында райондың акушер-гинекологы булған Винерита Марс ҡыҙы меңләгән йөклө ҡатындарҙы күҙәтеү аҫтында тота, ауырыуҙарын дауалай, сабыйҙарына донъяға килергә һәм әсә булыу бәхетенә ирешергә ярҙам итә.
Гинекология бүлеге мөдире коронавирус инфекцияһы пандемияһы осоронда дауалау буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын да башҡара, ковид-19 менән ауырыусыларҙы дауалау, эште ойоштороу өсөн дә яуаплы.
Элек кадрҙарға дефицит булып алған ине, хәҙер беҙҙең аралар йәш белгестәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы. Улар үҙ эшен белеп башҡаралар, тырыштар. Пациенттарымды мин дә һағынам. Пандемия тиҙҙән үтер һәм мин яратҡан эшемә кире әйләнеп ҡайтып, кешеләргә ярҙам итә алырмын, тип ышанам, - ти Винерита Марс ҡыҙы. Күптәрҙең яратҡан табибы гүзәл заттарға үҙҙәренең сәләмәтлектәренә иғтибарлы булыуҙарын теләй.
- Бала табыуҙы алдан планлаштырыу, был яуаплы осорға әҙерләнеү мөһим. Бының өсөн енси юл менән күсә торған ауырыуҙарҙан һаҡланырға кәрәк. Ауырға ҡалыр алдынан организмды әҙерләү, фолий кислотаһын, поливитаминдар эсеү, барлыҡ инфекцияларҙы асыҡлау өсөн тикшеренеү, ваҡытында (5-6 аҙна) диспансер иҫәпкә баҫыу мотлаҡ, - ти ул.
Пациентарының бар проблемаларын йөрәге аша үткәреп, бар ихласлығы менән уларға ысын күңелдән ярҙам итергә атлығып тороусы ябай ҙа, бөйөк тә табиптарҙан ул Винераит Марс ҡыҙы. Пациенттарҙың рәхмәттәре уға меңләтә әйләнеп ҡайтһын, көндәлек тырыш хеҙмәтендә уңыштар юлдаш булһын.
Милена Фәйзуллина фотоһы.