Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Июль 2020, 12:55

Ябай түгел был өҫтәлдәр...

Улар кеше кәүҙәһенең анатомияһына яраштырып эшләнгән, шуға күрә операция яһағанда еңеллек тыуҙырасаҡ. Конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ.

Республика клиник онкология диспансерына биш күп функциялы универсаль операция өҫтәле килтерелде. Барыһы ла үҙебеҙҙең илдә етештерелгән, ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.
Был яңы ҡорамалдар сирлеләрҙе хирургия юлы менән дауалауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ. Төп үҙенсәлеге – модулле ятыу урыны, ул кеше кәүҙәһенең анатомияһына яраштырып эшләнгән, шуға күрә операция яһағанда еңеллек тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ул эш шарттарын яҡшыртасаҡ, тип аңлаттылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Yabay-t-gel-bil--t-ld-r-364505/
Читайте нас: