Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һөйәктәр һыҙлауынан бер дауа

Күптәребеҙгә таныш булған тубыҡтар, елкә, терһәк буйҙары һыҙлау йышыраҡ бер урында оҙаҡ ултырып компьютер артында эшләүселәрҙе борсой һәм нимә менән баҫырға был ауыртыуҙы тип аптырап ҡалабыҙ.

Ошо ваҡытта һеҙгә ябай ғына, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән торған рецепт ярҙам итер:

кәрәкле ингредиенттар:
— 1 аш ҡалағы бал;
— 1 аш ҡалағы гәрсис үҫемлеге (горчица острой);
— 1 аш ҡалағы ваҡ тоҙ;
— 1 аш ҡалағы һыу.
Әҙерләү:
ошо ингридиенттарҙы яҡшы итеп болғатабыҙ һәм ҡапҡаслы һауытҡа һалабыҙ.
Дауалы шыйыҡса ҡулланыуға әҙер!
Әҙер массаны һыуытҡыста 5—6 көн һаҡларға була.
Бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә файҙаһы беренсе һөртөүҙән үк ярҙам итә.

Был дауаны һыҙлаған урындарға һыларға һәм өҫтөнә полиэтилен киҫәге ҡаплап йылы итеп урап бәйләп бер сәғәттән - сәғәт ярымғаса тоторға була.
Был процедураны йоҡо алдынан башҡарыу тағы ла яҡшыраҡ сифат бирер.
Тейешле ваҡыттан һуң йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

4—5 тапҡыр эшләгәндән һуң һыҙланыуҙарығыҙ һеҙҙе оҙаҡҡа ташлар.
Текст һәм фото: https://vk.com/i_bashkirka
Торатау гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: