Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағатһыҙ йәй – йәй түгел...

Ҡарағат үҫмәгән баҡса бармы икән ул?! Был ҡыуаҡтың емештәре июль айында өлгөрә. Хуш еҫ бөркөп торған ҡарағатты ниндәй үҙенсәлектәре өсөн яратабыҙ һуң?

Иң элек, уны йыйыуы рәхәт. Бер урынға сүгәләйһең дә һыпырып ҡына төшөрәһең. Эре-эре ҡарағат емеш­тәре үҙҙәре лә: “Йыйып өлгөр!” – тип әйтеп торған кеүек.
Ә ҡарағат составындағы файҙалы үҙенсәлектәрҙе һанай китһәңме… Унда аскорбин кислотаһы, калий, нерв системаһы эшмәкәрлеген көйләүсе В төркөмөнә ингән витаминдар, гемоглобин өсөн кәрәк булған баҡыр, һөйәктәр ныҡлығын тәьмин иткән марганец бар. Япрағы ла файҙалы. Борондан ҡарағат япрағын төрлө ауырыуҙарҙан дауа булараҡ ҡулланғандар. Уны сәйгә һалып та эсәләр.
Юҡҡа түгел, ҡарағат япрағы витаминдарға бай. Уның составында эфир майҙары, С витамины күп. Ә был витамин организмды ҡартайыуҙан һаҡлай, антиоксидант ролен үтәй. Ҡарағат япрағында – 460 мг, сәскәһендә 270 мг тиклем С витамины бар.
Ә япраҡлы сәйҙәрҙең еҫе ниндәй! Һалҡын тейеп, грипп менән ауырығанда ҡарағатлы сәй эсһәгеҙ, организм нығый. Сәйен былай бешерәләр: ике бал ҡалағы кип­терелгән йәки яңы өҙөлгән ҡарағат япрағына бер стакан ҡайнаған һыу һалып, өҫтөн ҡаплап торабыҙ. 10-15 минуттан ул әҙер. Бал да ҡушһағыҙ, шифаһы күпкә артасаҡ. Бындай сәйҙе цистит, ҡан баҫымы ауырыуҙарынан, пародонтоз ваҡытында дауа булараҡ ҡулланырға мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙҙарға: гүзәл булайым тиһәгеҙ, матурлыҡ салондарына йөрөү кәрәкмәй ҙә. Ҡарағат япрағынан төрлө битлектәр яһап, сәс, бит, тән тиреһен нығытып, йәшәртеп була. Уңған хужабикәләр ҡарағат япрағын йәшелсә тоҙлағанда ла ҡуллана.

Фото: Т.Роза
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: