Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Июль 2020, 12:40
"Балаларым хаҡына һауығасаҡмын..."
Нефтекамала йәшәгән 33 йәшлек Юлиә Әүхәҙиева бына бер йыл инде үлемесле сир менән көрәшә. Ашҡаҙан яман шеше, 4-се стадия...
Нефтекамала йәшәгән 33 йәшлек Юлиә Әүхәҙиева бына бер йыл инде үлемесле сир менән көрәшә. Ашҡаҙан яман шеше, 4-се стадия...
Ҡатындың уртаҡлашыр яҡшы хәбәре бар: Мәскәүҙә уға операция яһалған, барыһы ла уңышлы үткән. ”Бик ҡурҡҡайным, бәхеткә ҡаршы, үҙемде һәйбәт тоям. Алда ниндәй дауа көтәлер, әлегә табиптар өндәшмәй. Минең хәлдең яҡшырғанын көтәләр, дауахананан сыҡҡанда пландары менән уртаҡлашасаҡтар. Яйлап, бәләкәй генә аҙымдар менән алға барам. Мотлаҡ һауығасаҡмын тип вәғәҙә итәм!” - тигән Юлиә.
Йәш ҡатындың ике улы үҫә. Былтыр августа ҡан киткәс, әсәлә һыулы шеш барлыҡҡа килгән тип уйлап, гормондар менән дауалайҙар. Медицина комиссияһы үткәндә генә ашҡаҙан яман шешен асыҡлайҙар, ә түллектәге һыулы шеш тигәне метастаза булып сыға. Бер нисә курс химия терапияһын үткәндән һуң шеш ҡайта. Әсәлә балалары хаҡына һауығыуына ышаныс артҡан. Кешене донъяла ошондай ышаныс, һөйөү йәшәтә лә инде.
Фото: KP.UFA
Автор: Дина Арсланова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/352617
Читайте нас: