Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Июнь 2020, 12:35

Рәхәтләнеп шифаһын күрегеҙ!

Был хуш еҫле тәмләткесте йәй буйы рәхәтләнеп файҙаланып ҡалығыҙ.

Базилик — йылы ярата торған үҫемлек. Ул һалҡынға сыҙам түгел, орлоҡтары 15 градуста ғына шытып сыға. Шуға ла беҙҙең яҡта уның үҫентеләрен үҫтереп, ҡырауҙар уҙғас ҡына түтәлгә сығарыу яҡшыраҡ. Уның хуш еҫле япраҡтары итле, баклажанлы һәм помидорлы ашамлыҡтарға бик килешә. Базиликты эремсеккә, омлетҡа, майға, пиццаға ҡушалар, йәшелсә тоҙлағанда, банкаға салаттар япҡанда ҡулланалар.
Был файҙалы үҫемлектең ниндәй генә төрҙәре юҡ: лимон, лайм, бөтнөк, ҡәнәфер, лавр, хуш еҫле борос тәме килеп торғандары баҡсасылар араһында айырыуса популяр. Уның сәй өсөн булған төрөнән хуш еҫле лимон тәме килә. Базилик ҡушылған ризыҡ кәйефте күтәрә, аппетитты аса, организмдан шлактарҙы сығара. Базилик сәйе баш ауыртыуҙы баҫа, йүтәлде дауалай. Мунсала ҡайнар һыуға һалһаң, хуш еҫе тарала, шул һыуҙа йыуынһаң, тынысландыра, көс инә һәм йәшәртеп тә ебәрә!

Фото: 5-nt.ru
Автор: Самат Ғәлин.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/335637
Читайте нас: