Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Июнь 2020, 12:30

Һөтлө сәй эсергә яраймы?

Белгестәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ

Яңы бешерелгән сәй менән һөт бергә ҡушылғас, уларҙың икеһенең дә файҙалы сифаттары арта икән. Һөтлө сәй теиндың организмға тиҫкәре йоғонтоһон кәметә, һөт ферменттары күберәк булған һайын теиндың миҡдары кәмей.

Нерв системаһында проблемаһы булған кешеләргә һөтлө сәй эсергә кәңәш ителә. Артыҡ ҡаты бешерелмәгән бындай сәй тынысландырасаҡ.
Лактоза ҡуллана алмаған кешеләр һөт ризыҡтарынан баш тарта. Ә бына сәй менән ҡушылғас, һөттәге ауыр аҡһымдар һәм майҙар реакцияға инә һәм “иреп” бөтә. Шуға бындай кешеләр өсөн һөтлө сәй – яҡшы эсемлек.

Гастриттан интегеүселәр сәйҙән ауырлыҡ тойғоһо кисерә. Ә һөт ҡушылған сәй эсемлекте йомшарта һәм йотҡолоҡ тышлығын тынысландыра.
Һөтлө сәй – туҡлыҡлы эсемлек. Ул ҡан баҫымын тәртипкә һала, инфекцияларға ҡаршы торорға булыша.
Фото:Gurman-bel.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/tl-s-y-eserg-yaraymi-329243/
Читайте нас в