Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Июнь 2020, 15:31

Был ҡымыҙға ни етә!

Башҡорт халҡының милли ризығы ҡымыҙҙың шифалы икәнлеген һәр кем белә. Ул организм өсөн ни ҡәҙәр файҙалы һуң?

Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алыштырғыһыҙ дауа.
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығытыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның "тере эсемлек" булыуына бәйле. Биоактив матдәләргә, В,РВ,С,А,Е төркөмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел: файҙаһы ла ҙур, шифалы ла.
Билдәле булыуынса, әле күп хужалыҡтарҙа ҡымыҙ етештереүҙең иң ҡыҙыу осоро. Шифалы эсемлекте һатып алыу мөмкинлеге киң. Уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмағыҙ: рәхәтләнеп ҡымыҙ эсеп, йәнегеҙҙе һәм тәнегеҙҙе сихәтләндерегеҙ!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: