Иң мөһиме – аш-һыу бүлмәһе таҙа килеш ҡаласаҡ, хужабикә лә арымаясаҡ, бешергән йә ҡыҙҙырған ашығыҙ тәмле буласаҡ.
Балыҡҡа ниндәй тәмләткестәр килешкәнен генә белергә кәрәк. Һуған, һарымһаҡ, кишер мотлаҡ булырға тейеш. Балыҡты картуф менән бергә бешерергә мөмкин. Әнис, розмарин, тимьян һалырға онотмағыҙ.
Мәҫәлән, тәрәсте алайыҡ. Ул майһыҙ балыҡтар рәтенә инә. Кемдер йәшелсәне күп турарға тәҡдим итер, икенселәр, киреһенсә, балығын мулыраҡ һалырға тырышыр. Иң мөһиме – үҙегеҙ яратҡан аҙыҡты мулыраҡ итегеҙ. Тәрәс бешеп сыҡҡас, гарнирын бешереп алығыҙ. Иң яҡшыһы – картуф һәм дөгө. Балыҡты әҙерәк тоҙлап һалһағыҙ, тағы ла тәмлерәк булыр.
Өҫтәлгә ултыртҡанда, төрлө үләндәр менән биҙәп, ҡаймаҡ йәки майонезға ла урын ҡалдырығыҙ. Кемдер лимон, сыр ҡушыр. Һүҙ ҙә юҡ, улар ҙа үҙенсәлекле тәм өҫтәй.
Автор: Әсләм КАМАЛОВ.