Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юҡ, хәлдәр яҡшырмай

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы әлегә тулыһынса бөтмәй тип белдерҙе.

– Күреп торабыҙ, хәлдәр шәптән түгел. Артабан да режимды йомшартыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, һорамағыҙ ҙа, – тине ул.
Ысынлап, коронавирусҡа бәйле хәлдәр әле һаман яҡшырмай. Киреһенсә, үткән аҙнала көнөнә сирләгәндәр һаны 100 кешенән артып китте.
– Минең өсөн был аҙна ауыр булды. Халыҡ беҙҙе ишетмәне, был беҙҙең ғәйеп. Вахтасыларҙан сир йоҡтороу артты, улар арҡаһында 65 йәштән өлкәндәр ауырый башланы. Шуға артабан изоляцияны йомшартыу мөмкин түгел. Былай ҙа иҡтисадтың күпселеге асылды, әҙ генә тармаҡтар ҡалды, улар түҙеп торһон. Кешеләрҙең үҙ һаулығына яуапһыҙ ҡарауы борсой. Был битлек кейеүгә бәйле, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк башлығы фекеренсә, йәмәғәт транспортында һәм сауҙа үҙәктәрендә кешеләр башлыса битлек һәм бирсәткәләр режимын теүәл үтәй. Ә бына парк һәм скверҙарҙа проблемалар бар. Унда йөрөгән кешеләрҙең 10 проценты ла кеймәй. Радий Фәрит улы артабан да патрулдәрҙе көсәйтергә, кешеләрҙе мотлаҡ битлек кейергә өгөтләргә ҡушты. Ул талап ителһә, артабан да ирекмәндәрҙән битлектәр тараттырырға кәрәк тине.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән аҙнала кешеләрҙең күпләп мәжлестәргә йыйылыуы, урмандарға сығыуы теркәлгән. Шуға күрә сирлеләр һаны киреһенсә арта.
Фото: afnews.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/309311
Читайте нас: