Бөтә яңылыҡтар

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 3409-ға еткән

2 июнгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3409 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 72-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Һуңғы тәүлектә алты кеше дауахананан сығарылған.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 8 863 осрағы раҫланған, 182 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 11 108 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 423 741 сирле иҫәпләнә, уларҙың 186 985-е һауыҡҡан, 5 037 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бөгөнгә илдә коронавирусҡа 11,1 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 228,5 мең самаһы тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 305 меңгә яҡын кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Фото: Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Читайте нас в