- Беҙ әлеге программаны бер нисә йыл элек өлкән быуын вәкилдәре өсөн булдырырға уйланыҡ. Сөнки уларҙың күбеһенең Башҡортостанда ғүмер буйы йәшәп, республика буйлап йөрөп, уның матурлығын күреп өлгөрмәүен ғәҙелһеҙлек, тип таптыҡ. 2020 йылдан башлап бөгөнгә ҡәҙәр программа бик күп кешене ҡоласланы. Проектта ҡатнашҡан туроператорҙар төрлө маршруттар эшләй – сәләмәтләндереү, музейҙарға һәм иҫтәлекле урындарға барыу һәм башҡалар. Һәр сәфәрҙә ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған, - тип билдәләне Радий Фәрит улы үҙенең бер сығышында.
Районда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы нисек тормошҡа ашырыла? Был турала Ҡырмыҫҡалы районы буйынса куратор Эльмир Миһранов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Эльмир Радик улы, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы менән таныштырып китегеҙ әле.
- Был – Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризм үҫеше үҙәге, Башҡортостан Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципалитеттар ярҙамында пенсионерҙар өсөн ойошторолған социаль турҙар. Төп маҡсат – оло быуын вәкилдәренең һаулығын нығытыу, социаль әүҙемлек осорон һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу, туристик объекттар буйлап бер көн йөрөү, Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын күреү, мәҙәни һәм тарихи мираҫын өйрәнеү хоҡуғы биреү. Хаҡлы ялдағылар шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлегенә лә эйә.
Проекттың мәҙәни-танып белеү, әүҙем, һауыҡтырыу һәм ҡатнаш тип аталған дүрт төрө бар. Сәфәр өсөн уңайлы шарттар – 15 кешенән торған төркөм, 8-10 сәғәтлек тур. Сәфәрҙә гид, хакимиәт вәкиле, медицина хеҙмәткәре оҙатып йөрөй. Турҙа ҡатнашыусылар эсәр һыу һәм мотлаҡ страховкалау менән тәьмин ителә. Программала 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәштән уҙған ир-аттар һәм хеҙмәт стажы буйынса лайыҡлы ялға сығыусылар ҡатнаша ала. Шулай уҡ хаҡлы ялдағылар “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына сәйәхәт итә ала. 7-8 көнгә һуҙылған был проектта ҡатнашыу 34400 һум тора. Был хаҡҡа Минск ҡалаһындағы ҡунаҡханала йәшәү, иртәнге аш, трансфер, экскурсия хеҙмәте һәм страховка инә.
- Беҙҙең районда йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәре ҡайҙарға сәйәхәт ҡылды?
- Ҡырмыҫҡалылар Красноусол минераль сығанаҡтары, страус фермаһы менән танышты. “Башҡорт балы һәм лимондар” тигән экскурсия сиктәрендә Өфөләге лимонарийҙа һәм иҫтәлекле урындарҙа булдылар. “Стәрлетамаҡ һәм Торатау геопаркы” тип аталған әүҙем-турҙа тарихи урындарға сәйәхәт ҡылдылар. Боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы – Бөрөнән дә ҙур тәьҫораттар алып ҡайттылар.
- Программала ҡатнашыу өсөн ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә була?
- Бының өсөн Ҡырмыҫҡалы ауылы, Киров урамы, 54 б адресы буйынса урынлашҡан Физкультура-һауыҡтырыу комплексына килергә йәки 2-12-17, 89874830602 телефон һандары буйынса миңә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Экскурсия проектында ҡатнашыу өсөн https:// долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында теркәлергә, үҙегеҙ өсөн уңайлы маршрут һәм көн һайлап, берәй сәфәргә яҙылырға кәрәк. Сайтта шулай уҡ проект хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға була. Проект буйынса өлкәндәр йылына бер тапҡыр республика буйынса бер көнлөк бушлай турға бара ала. 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына 150 квота бүленде.
- Хаҡлы ялдағы райондаштарыбыҙ өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр менән бүлешкәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.