Ибраһимдар бер нисә ай буйы “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тигән девиз менән йәшәне һәм “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә төрлө тематик саралар үткәрҙе, сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе ҙур эштәр башҡарҙы. Ә был көндө Һәүәләй ауылының мәҙәни усағы төрлө секциялар эше менән гөрләп торҙо. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” секцияһына йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән йәнле әңгәмә барған саҡта, “Донъя үҫмер күҙҙәре менән” секцияһында шау-гөр килделәр. Бында ҡатнашҡан уҡыусылар фәһемле лекциялар тыңлап ҡына ҡалманы, ә ойоштороусылар менән бергә илһөйәрлек рухын һәм Ватанға һөйөүҙе данлаған йырҙар йырланылар, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар. “Әүҙем оҙон ғүмерлелек” секцияһында иһә оло йәштәге яҡташтарыбыҙҙы әүҙем ял итеү программалары менән таныштырҙылар.
Был секцияларҙа Башҡортостанда бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ольга Панчихина, “Белем” Рәсәй йәмғиәте лекторы Диана Вольз, Ҡырмыҫҡалы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Эльмир Миһранов, нейрографика буйынса белгес Луиза Вәхитова сығыш яһаны. Үҫмерҙәр өсөн ойошторолған секцияны Ҡала үҫеше ижтимағи фонды директоры Дарина Панчихина етәкләне.
Фестивалдең рәсми ҡунаҡтары – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәнис Алтынбаев, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров махсус хәрби операцияға ярҙам итеүселәрҙең һәм ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәләре менән танышып сыҡҡас, байрам сараһы уҙған төп сәхнәгә юлланды.
- “Айыҡ ауыл” – беҙҙең өсөн конкурс ҡына түгел, йәшәү рәүеше һәм көнүҙәк ҙур масштаблы проект булып тора. М.Өмөтбаевтың тыуған төйәгенә килеүемә шатмын. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу ҙур мөмкинлектәр бирә, ауыл халҡы берләшә, уларҙың тормошҡа ҡараштары үҙгәрә, сәләмәт һәм матур тормош алып барыуҙың һәр кемдең үҙ ҡулында булыуын аңлайҙар. Конкурста ҡатнашыусы ауылдар еңеү яулаһа ла, яуламаһа ла артабан да ошондай ҙур йәмәғәт эштәре дауам итһен ине. Ибраһимдарға финал этабында ла еңеп сығыуҙарын теләйем, - тине үҙенең сығышында Эльвира Ринат ҡыҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тылда хеҙмәт итеүсе Мөнәзәһә Арыҫлановаға, Гөлниса Мөхәмәтҡоловаға, Йәмиғә Рафиҡоваға, Ғиндулла Мөхәмәтуллинға юбилей миҙалдары тапшырҙы. Ибраһим ауылында сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе проектты бойомға ашырыуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе Һәүәләй ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Заһит Дәүләтбаев, балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Динисламова, ауыл советы хакимиәте белгесе Зәлифә Саҙиҡова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Әлфир Фәрхәт улы ла үҙенең сығышында сара ҡунаҡтарын сәләмләп, “Айыҡ ауыл” проектының әһәмиәте тураһында һөйләне һәм ибраһимдарға уңыштар теләгәс, бер төркөм әүҙем яҡташтарыбыҙҙы район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән тәбрикләне.
Башҡа сығыш яһаусылар ҙа ошондай йәмле сара ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм еңеүгә дәртләндерҙе.
Айҙар Мөхәмәтгәрәевтың, Ибраһим ауылының һәм район Мәҙәниәт һарайының вокаль ансамблдәренең моңло йырҙары, “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбленең бейеүҙәре фестиваль ҡунаҡтарының дәррәү алҡыштарға күмелде.
Ибраһим ауылы халҡының тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланып, мәртәбәле “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулар тип ышанабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.