Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Октябрь , 09:52

Башҡорт ҡыҙын тәүҙә ишетерһең, һуңынан күрерһең…

Ибраһим ауылында урынлашҡан Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге музейҙа районыбыҙ оҫталары менән бик матур осрашыу үтте. Был күркәм сарала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдектәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

Башҡорт ҡыҙын тәүҙә ишетерһең, һуңынан күрерһең…
Башҡорт ҡыҙын тәүҙә ишетерһең, һуңынан күрерһең…

Оҫталыҡ дәресендә Би­шауыл-Уңғар ауылы клубы­ның мәҙәни ойоштороусыһы Фәһимә Абдрафиҡова беҙгә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли ғорурлығы булған түшел­деректәр һәм башҡа биҙәүестәр тураһында күп нәмә бәйән итте.

Белеүегеҙсә, биҙәүес була­раҡ, түшелдереккә (селтәргә) башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалынған. Ышаныуҙарға ярашлы, кеше­нең йәне ҡалҡан биҙе эргәһендә урынлашҡан. Шуға ла муйын аҫтында изге көстәр үтә алһын өсөн «инеү» урыны ҡалдырылы­рға һәм сихырҙан бетеү-биҙәк, мәрйен, тәңкә кеүек һаҡ ҡуй­ылырға тейеш булған.

Селтәрҙең өҫкө өлөшө ромб, түңәрәк һәм ярым түңәрәк рәүешендә тығыҙ урынлашҡан мәрйен менән һырыла. Бындай түңәрәк эсендә яуыз көстәрҙән һаҡлаған «аждаһа күҙе» тип аталған ҡортбаш урынлашты­рыла, мәрйендән теҙелгән ярым түңәрәктәр иһә ҡояш, энергия, йәшәүҙе аңлатҡан ҡояш әйлә­неше билдәһенә ишара.

Биҙәүестәргә материал­дар һайлағанда башҡорт ҡа­тын-ҡыҙҙары уларҙың тылсым­лы көсөнә ышанған. Көмөшкә – яҡлау, таҙартыу көсө, уның ялтырауы һәм сыңлауына яуыз көстәрҙе ҡыуыу һәләте ҡай­тарып ҡалдырылған, шуға ла кейемдә көмөштән эшләнгән сулпылар күп булған. Алһыу мәрйен бөртөктәре тормош яра­лыуын, яңы ғүмер башланыуын символлаштыра.

Түшелдеректәр төрлөсә аталған: селтәр, ҫаҡал, һаҡал, яға, муйынса, башкиҙеү, ал­миҙеү һәм башаҡалар. Атама­ларҙың һәр береһе айырым башҡорт төркөмдәрендә ҡул­ланылған. Терминдар артында йыш ҡына түш биҙәүестәренең төрлө төрҙәре торған: формаһы, мәрйен һәм көмөштәр нисбәте, туҡымаға һалынған тегелеш ма­нераһы айырылған.

Эйе, борон-борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең кейемдәрен милли асылына тура килтереп биҙәгән. Башҡорт ҡыҙының килгәнен иң тәүҙә көмөш тәңкәләр һәм сулпылар сыңлауынан алыҫтан уҡ ише­тергә, ә һуңынан ғына күрергә мөмкин булған.

Бындай оҫталыҡ дәрестәре үҙең өсөн ҡабатланмаҫ биҙәүестәр яһау һәм өйрәнергә генә түгел, ә милли мәҙәниәт менән яҡындан танышырға һәм тыуған илгә ҡарата патриотик хистәр үҫтерергә мөмкинлек бирә. Милли кейем һәр милләт­тең хазинаһы булып тора. Шуға күрә һәр кемебеҙҙең бурысы – ошо хазинаны һаҡлау, өйрәнеү һәм киләһе быуындарға еткереү.

Әлфиә ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Ибраһим ауылы.

Автор:
Читайте нас: