Даирә
+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҡәлә
Социаль предприятиеларға яңы ташламалар барБыл ҡорамал күпкә уңайлыраҡРеспубликала яңы экспорт каталогы төҙөләМилли проект ярҙамында юлдар төҙөкләнәӨфөлә 18-се мәктәпте ремонтлайҙарБашҡортостан аграрийҙарының тауарына ихтыяж артаБыл ҡорамал йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәкПилотһыҙ авиасистемаларҙы һынау үҙәге аккредитация үттеБындай һәләтле балаларҙың киләсәге - беҙҙең киләсәгебеҙМаяҡ майы - ҠытайҙаӨфө комбинатында ниндәй үҙгәреш бара?Яңы ҡорамалдар Яңауылға ла килтереләБашҡортостанда М-5 “Урал” юлы ремонтланаДень поминовения и почитания в Башкирии в 2025 году пройдет в маеВ Башкортостане открыли Геномный центр Межвузовского кампуса Евразийского НОЦҺағышланды һары һандуғас. Хикәйә. Миңзәлә ХәлиловаУфимец из-за мошенников лишился квартиры и машиныГосдума хочет защитить россиян от мошенников под видом благотворителейМең сирҙән дауа!Укроп һыуы ныҡ файҙалы
Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
8 Июнь 2024, 20:09

"ТАБЫН ИЛЕ: ҮТКӘНЕ, БӨГӨНГӨҺӨ, КИЛӘСӘГЕ"

7 июндә Ауырғазы районында VI төбәк-ара табын ырыуы йәштәре фестивале «Табын-фест 2024» сиктәрендә ойошторолған «Табын иле: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге» Башҡортостанда Табын ырыуҙары йәшәгән район ҡор баштарын, ойоштороу комитеты ағзаларын бер өҫтәл артына йыйҙы.

"ТАБЫН ИЛЕ: ҮТКӘНЕ, БӨГӨНГӨҺӨ, КИЛӘСӘГЕ"
"ТАБЫН ИЛЕ: ҮТКӘНЕ, БӨГӨНГӨҺӨ, КИЛӘСӘГЕ"

 Ҡор баштары ҡорон Ауырғазы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов асып ебәрҙе. Ул изге бишул табындар төйәгенә фестивалгә килгән район делегаттарын тәбрикләп, район халҡының тормошо менән яҡыныраҡ таныштырҙы.

Табын ырыуы берләшәмәһе Советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев ойошманың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, артабан да бергә тупланып милләттәштәр алдына ҡуйған бурыстарҙы атҡарып сығарырға өндәне.

Тарих фәндәре кандидаты, доцент, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Нурислам Ҡалмантаевтың сығышы тағы ла бер тапҡыр табындарҙың боронғо Сыңғыҙ ханлығы менән бәйләнгән көндәргә барып тоташҡаны (ХII быуат), ырыуҙаштарҙың Ырымбурҙан алып Татарстан, Силәбе, Ҡурған, Һарытау һәм Һамар ерҙәрендә йәшәгәненә иғтибар итте.

Йыйында милли проекттар, халыҡ ижады аша йәштәргә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү идеяһы тураһында ултырышта ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғимаҙиева Әлфиә һәм «Табын-фест» ойоштороу комитеты рәйесе Марат Бүләков ентекләп һөйләп китте, шулай уҡ иң актив район етәкселәренә, ҡор баштарына ойошма Советы исеменән рәхмәттәрен еткерҙе.

Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуы башҡорттарының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев «Табын ырыуы вәкилдәренең Ҡырмыҫҡалы районының социаль-иҡтисади тормошона йоғонтоһо»тигән темаға сығыш яһаны.

Райондарҙан килгән ҡор баштары ла артабан бергәләшеп эшләү маҡсатында үҙҙәренең теләктәрен һәм ихтирамын ойоштороусыларға еткерҙе.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: