ИҢ ЯҠШЫ КӘСЕП - КҮРКӘМ САУҘА ҺӘМ ҮҘ ҠУЛДАРЫҢ МЕНӘН ЭШЛӘГӘН ЭШ
Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән матурлыҡҡа ынтылған. Бөгөнгө көндә лә гүзәл заттарыбыҙ бөтә күңелдәрен биреп яратҡан ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр.Ҡул эштәре беҙҙе дауалаусы, ҡайһы бер сирҙәрҙән арындырыусы "доктор" булыуы мөмкин. Һәр хәлдә оҫталар быны кире ҡаҡмай. Төрлө сағыу ептәр менән сигеү, бәйләү йәнгә тыныслыҡ бирә, баш ауыртыуын баҫа, нервы көсөргәнешлегенән ҡотолдора. Аҡыл эшенән арығанда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән дә яҡшы ял юҡ. Өләсәйҙәребеҙ төрлө сепрәктәрҙән һырыған юрғандар, энәләр менән бәйләү-барыһы ла донъя ығы-зығыһынан ҡотолорға ярҙам итә . Ҡул эштәре менән ихлас шөғөлләнгән ауылдаштарыбыҙ байтаҡ. Шуларҙың береһе Ишемғолова Ғәдилә апай: башалтай , бейәләйҙәр бәйләп балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөндөрә. Әлеге көндә бар күңелен һалып ултырғыс ябыуҙары эшләй. Ағинәйҙең ҡулынан барыһы ла килә.Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын ғына... Ҡул эштәренең ниндәй генә төрө менән шөғөлләнһәң дә оҫталыҡ, түҙемлек талап итә. Альмира Ғилманова эш тән бушаған арала түшелдеректәр, ҡашмауҙар эшләү менән мәшғүл. Мәрйендәр менән матурлыҡ тыуҙырыу күпме түҙемлек, күҙ нуры талап итә һәм дә оҫталыҡ. Ижади эшкә сумырға, фантазияны эшкә егергә генә ҡала.