Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Февраль , 20:17

Рәсүл Ҡарабулатов: "МХО-лағы яугирҙәргә Башҡортостандың бер өлөшөн тапшырырға тырыштым"

Билдәле артист махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.     

Рәсүл Ҡарабулатов: "МХО-лағы яугирҙәргә Башҡортостандың бер өлөшөн тапшырырға тырыштым"
Рәсүл Ҡарабулатов: "МХО-лағы яугирҙәргә Башҡортостандың бер өлөшөн тапшырырға тырыштым"

Танылған музыкант, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов яугирҙәр – махсус хәрби операция үткәрелгән урындарҙа яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһаны. Бындай концерттар тәүге тапҡыр фронт линияһынан алыҫ түгел блиндаждарҙа үтте. Артист Башҡортостан батальондары яугирҙәре өсөн ете концерт бирҙе. Ошо хаҡта ентекләберәк ул “Башинформ” агентлығына биргән интервьюла һөйләне.

– Рәсүл Рафиҡ улы, беҙҙең яугирҙәр алдында концерт менән сығыш яһау идеяһы нисек тыуҙы?

– Элегерәк егеттәр хәрби әҙерлек үткән урындарға йыш йөрөй торғайным. 2022 йылда яугирҙәрҙе оҙатыр алдынан концерттар Һарытауҙа, 2023 йылда Түбәнге Новгород өлкәһендә булды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальонға флаг тапшырҙы. Бындай концерттар ваҡытында бер төркөм музыканттар менән окоптарҙа булған, һуғыш барған ерҙәргә егеттәр янына барыу идеяһы тыуҙы. Үҙемдең был идеямды Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа еткерҙем, ул хупланы. Ләкин төркөм менән түгел, бер үҙемә килергә тәҡдим итте.

Коллегам Фаил Раил улы Ғафаров менән киттем. Унда, урында, Азат Шамил улы менән осраштыҡ, сығыштар графигын төҙөнөк, полк һәм батальон командирҙары менән һөйләшеп килештек. Һуңынан бер хәрби офицер оҙатыуында яҡташтарыбыҙ – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон, Даян Мурзин, “Башҡортостан” полкы яугирҙәре, мобилизацияланғандар урынлашҡан ергә юл тоттоҡ. Беҙ фронтҡа максималь яҡынлашҡан линияла, ҡайһы саҡта ни бары 3-4 километр алыҫлыҡта булдыҡ. Был, әлбиттә, хәүефле.

– Хәүеф үҙен аҡланымы? Егеттәр һеҙҙең концерттарҙан рухи аҙыҡ алдымы?

– Әлбиттә! Бында, Өфөлә, ҙур һәм уңайлы һарайҙарҙа концерттар ҡуйыу – бер эш. Унда иһә бөтөнләй башҡа күренеш. Яугирҙәр бөтөнләй башҡаса ҡабул итә. Барыһы ла үҙ эше менән мәшғүл, үҙ бурыстарын белә һәм үтәй. Тамашасыларым фронттың тәүге линияһынан ҡайтып ял иткән егеттәр ине, блиндаждарҙа 15-30 кеше йыйылды. Бының өсөн унда барырға кәрәк ине.

Беҙ башлыса “УАЗ” машинаһында йөрөнөк. Юлдарҙың береһендә машина баҫыу уртаһында бысраҡҡа батты. Ә баҫыуҙы йыш ҡына атып торғандар. Оҙаҡ ҡына, бер 15-20 минут самаһы, беҙ унан сыға алманыҡ! Был бик ҡурҡыныс булды. Үлемдең эргәлә генә икәнен тойҙом – теләһе ҡайһы ваҡытта ракеталар, дрондар осоп килеп, шартлата ала... Бөтәһе ете концерт булды, һуңғыһы – Запорожьела, унда Кахов ГЭС-ын шартлатҡайнылар. Днепрҙың бер яғында – беҙҙең егеттәр, икенсенән – ВСУ.

Башлыса блиндаждарҙа сығыш яһарға тура килде. Үҙебеҙ менән бәләкәй генә аппаратура булды, ул батарейкаларҙа эшләй, электр селтәренән түгел. Беренсе көндә, техниканы көйләгән көндө артиллерия уты башланды, ер тетрәне... Шул саҡта мин аныҡ рәүештә фронт һыҙығында булғанымды тойҙом. Концерттан һуң ҡайтышлай, төтөн бағанаһын күрҙек һәм беҙ бер сәғәт элек үтеп киткән юлда, снарядтар менән “КамАЗ”ға атҡандар, водителдең йәрәхәтләнгәнен белдек.

– Егеттәр һеҙҙең сығыштарығыҙҙы нисек ҡабул итте?

– Бик шәп ҡабул иттеләр! Яугирҙәр алдында ғөмүмән икенсе тойғолар. Уларҙа тыуған яғын, туғандарын һағыныу тойғоһо көслө, күҙ йәштәрһеҙ һөйләп булмай. Әбйәлил, Ейәнсура, Күгәрсен, Туймазы, Ишембай, Белорет, Хәйбулла, Бәләбәй, Благовар һәм башҡа райондарҙан күп яҡташтарҙы осраттыҡ.

Егеттәр бик татыу. Уларҙың ныҡлы ирҙәр дуҫлығы мине хайран ҡалдырҙы. Нисек кенә булмаһын, улар ярҙамға килә, бер-береһен бәләлә ҡалдырмаясаҡ. Улар – йәшәү менән үлемдең нимә икәнлеген белгән хәрби дуҫтар.

Беҙҙе оҙатып йөрөгән “Сегән” позывнойлы офицер һөйләүенсә, пехотала хеҙмәт иткән яугирҙәр оҙайлы ваҡыт окоптарҙа йәшәй һәм утты үҙҙәренең өҫтөнә ала. Егеттәр – ысын геройҙар, мин улар алдында сал башымды эйәм, улар – киләсәк быуындар өсөн ысын ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө.

– Барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, тағы нимәләр белдегеҙ?

– Тәү сиратта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Хөкүмәтебеҙгә, район һәм ҡала башлыҡтарына, эшҡыуарҙарға һәм республика халҡына рәхмәт әйткем килә, сөнки Башҡортостаныбыҙ яҡташ яугирҙәренә нисек ярҙам иткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем! Был бик ҙур ярҙам! Беҙҙең батальондар һәм полктар бөтәһе менән дә тәьмин ителгән: туҡланыу, кейем-һалым, бер нимәгә лә мохтаж түгелдәр, улар урынлашҡан урындарҙа мунса-мискәләр тора, хатта утын да ебәрәләр. Бәлки, тәүге осорҙа ауырлыҡтар ҙа булғандыр, ләкин хәҙер беҙҙең батальондар торған ерҙә – тулыһынса тәьмин ителеш. Мин махсус хәрби операцияһы биләмәһендә булған 10 көн эсендә Башҡортостан райондары етәкселеге өс-дүрт тапҡыр килде.

Егеттәр республикаға бик рәхмәтле, беҙҙең яугирҙәр унда – иң тәьмин ителгәндәре. Үҙ теләге менән МХО-ға киткән Азат Шамил улы һәм уның командаһы һәр ваҡыт егеттәр эргәһендә була, уларҙың проблемаларын хәл итә, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Үҙем дә Азат Бадрановҡа шәхсән рәхмәтемде әйткем килә, ул яҡташтар менән осрашыуҙы ойошторҙо, һәр яҡлап ярҙам итте.

– Концерттарҙа ниндәй йырҙарығыҙҙы башҡарҙығыҙ?

– Мин бер сәғәтлек программа әҙерләнем, унда төрлө репертуар индерелде. Беҙҙең батальондарҙа төрлө милләт вәкилдәре бар: башҡорттар ҙа, рустар ҙа, татарҙар ҙа, сыуаштар ҙа... Хәрби әҙерлек үткәреү урындарына барғанда уҡ күп егеттәрҙең Виктор Цойҙың “Кәкүк” йырын башҡарыуҙы һорағанын һәм коллегам Александр Карташов менән уны ҡурайҙа, инструменталь вариантта әҙерләгәнде хәтерләйем. Киләһе сәфәрҙә мин “Кәкүк”те мотлаҡ йырлайым.

Александра Пахмутованың билдәле “Надежда” әҫәрен дә үҙем менән алдым – был йырҙы бик яҡшы ҡабул иттеләр. Яугирҙәргә йырҙың һүҙҙәрен тараттыҡ, һәм беҙ бергәләп йырланыҡ.

Әлбиттә, “Ай-һай, гөлкәйем”, “Аҡ ҡалфаҡ”, “Ырымбур ҡала”, “Бик һағындым һине, тыуған илем”, “Беҙҙең ил” кеүек башҡорт халыҡ һәм автор йырҙарын, башҡорт бейеү попурриҙарын башҡарҙым. Егеттәргә был йырҙар бик оҡшай. Мин ҡурайҙа уйнағанда, ҡайһы бер яугирҙәрҙең күҙҙәре йәшләнде. Әммә уларға былай ҙа еңел түгел, шуға күрә яҡташтарҙың хәрби рухын һәм кәйефен күтәреү өсөн күңелле, күңелсәк йырҙар, композициялар йырланым.

– Егеттәр һеҙҙең аша туғандарығыҙға сәләмдәр тапшырҙымы?

– Һәр концерт алдынан яугирҙәргә блокнот менән ручка бирҙем һәм туғандарына сәләм һүҙҙәрен яҙырға тәҡдим иттем. Мобиль элемтә бөтә ерҙә лә юҡ. Егеттәр яҡындарын һағынған, ата-әсәләренә, апай-һеңлеләренә, ағай-энеләренә яҙҙы... Мин 30-ҙан ашыу ошондай хат алып ҡайттым, уларҙың һәр береһе тиерлек “Еңеү менән ҡайтырбыҙ!” тигән һүҙҙәр менән тамамлана.

Өфөгә ҡайтҡас, ике көн яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына шылтыраттым. Кемдер шылтыратыуыма яуап бирҙе, кемдер – юҡ, әммә мин ихлас күңелдән улар көтөп алған хәбәрҙе еткерергә теләнем.

Концерттарҙан һуң сәй эсеү ойошторолдо, ихлас күңелдән аралаштыҡ. Мин йырҙар, һөйләшеүҙәр аша егеттәргә Башҡортостандың бер өлөшөн, тыуған йорт йылыһын тапшырырға тырыштым. Был улар өсөн бик ҡәҙерле ине.

Мин унда мотлаҡ рәүештә тағы барасаҡмын. Егеттәр – ысын геройҙар. Яугирҙәребеҙҙең хәрби рухы, уларҙың ныҡлы ирҙәр дуҫлығы һәм уларҙың еңеү менән ҡайтырына ышанысы айырыуса ныҡ тәьҫир итте.

Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ". 

 
Автор:
Читайте нас: