Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Февраль , 13:14

Һәр кем үҙ һорауына яуап тапты

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Үтәгән ауылында сираттағы сара – Ғаилә консультацияһының берҙәм көнө уҙҙы.

Һәр кем үҙ һорауына яуап тапты
Һәр кем үҙ һорауына яуап тапты

 Һәр кем үҙ һорауына яуап тапты

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Үтәгән ауылында сираттағы сара – Ғаилә консультацияһының берҙәм көнө уҙҙы.

Иртәнге сәғәт ундан алып киске сәғәт бишкә тиклем бында район белгестәре ауыл халҡына консуль­тация бирҙе. Һәр кем уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә алды.

Белгестәр командаһы «Ғаилә» хеҙмәте, Мәшғүллек үҙәге, Күп функ­циялы үҙәк, мәғариф бүлеге бел­гестәренән һәм шулай уҡ табип-нарко­лог менән психологтан тора ине.

- Дәүләт хеҙмәте порталы, Пушкин картаһы һәм социаль ярҙам буйынса һорауҙар менән күп кеше мөрәжәғәт итте, - тип ҡаршы алды Күп функци­ялы үҙәктең әйҙәүсе белгесе Екатерина Крикунова.

Мәғариф бүлеге методисы Нәркәс Ҡоҙаҡаева ла Пушкин картаһы буйын­са мәғлүмәт туплай.

Мәшғүллек үҙәге начальнигы Ша­мил Хафизов менән әйҙәүсе инспек­тор Маргарита Кәримова эргәһенән дә кеше өҙөлмәй. Уларға күбеһенсә адреслы социаль ярҙам тураһында бе­лешмә алырға киләләр.

- 30 ғинуарҙа беҙ был ауылда осрашыу үткәргәйнек. Ул көндө 15-лә­гән кеше социаль үҙәккә иҫәпкә тороу, ниндәй һөнәрҙәр буйынса белем алыу, үҙ эшеңде асыу һәм эш эҙләү һорауҙары менән мөрәжәғәт итте. Бөгөн дә ошон­дайыраҡ һорауҙар менән килеүселәр байтаҡ булды, - тине улар.

- “Ғаилә үҙәгенән берәй ярҙам бу­лырмы?”- тигән һорау менән никах­та торған һәм тиҙҙән балалары була­саҡ ғаилә килде. Әлбиттә, ниндәйҙер проблемалары булған һәр ғаиләгә ярҙам итергә әҙербеҙ. Беҙҙә күптән эшләп килгән “Социаль оҙатыу” тигән хеҙмәт буйынса юрист-консульт, пси­холог, ғаилә менән эшләү белгесе бын­дай ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙа. Беҙ­гә мөрәжәғәт иткән ғаиләнең йәшәү шарттары менән танышҡас, төрлө кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ. Шулай уҡ уларға әйберләтә ярҙам күрһәтеү мөм­кинлегенә эйәбеҙ. Адреслы ярҙам ту­раһында белешеүселәр ҙә булды, - тип белдерҙе “Ғаилә” хеҙмәте белгесе Ай­ҙар Ниғмәтуллин.

Консультация алырға килгән Гөлна­зирә Хәмитова менән әңгәмәләштек. Ул:

- Мөкәй ауылынан ағайымды үҙе­беҙгә алып ҡайттыҡ. Ул ныҡ сирләй, һыҙлана. Реабилитацияға алып ба­рырға ине. Бөгөн шул һорау менән мөрәжәғәт иттем. Ыңғай хәл ителер, тип ышанам, - тине.

Был көндө шулай уҡ район үҙәк дауаханаһының психиатр-нарко­логы Илһөйәр Ғизәтуллина менән “Йәшлек” үҙәге психологы Эльмира Гәрәева уҡыусыларға, имтихандарҙан һуң стресс кисермәҫ өсөн нимәләр эшләргә, йәмғиәттә үҙеңде тотоу, ке­шеләр менән уртаҡ тел табыу, сәләмәт тормош һәм насар ғәҙәттәре булған кешеләргә эйәрмәҫкә кәрәклеге ту­раһында әңгәмә алып барҙылар.

Шулай уҡ был көндө Үтәгән ауылы халҡын ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән район хакимиәтенең бәлиғ бул­мағандар эштәре буйынса комисси­яһының баш белгесе Анжела Гукасян, опека һәм попечителлек үҙәгенең баш белгесе Джульетта Кашхчян һәм Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова ҡабул итте.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: