Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Ноябрь 2023, 21:51

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 100 мең һумлыҡ өҫтәмә түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтылды

Өфөлә махсус операцияла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һумлыҡ өҫтәмә түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты 2023 йылдың 1 декабренә тиклем оҙайтылды, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте. Һүҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөгән хәрбиҙәр тураһында бара.

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 100 мең һумлыҡ өҫтәмә түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтылды
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 100 мең һумлыҡ өҫтәмә түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты оҙайтылды

Әлегәсә Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының ярҙам сараһы 23 октябрҙән 15 ноябргә тиклем ғәмәлдә ине. Муниципалитет хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, сумма меценаттар аҡсаһынан түләнә.

«Урынлашыу өсөн Өфөнөң махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк (Октябрь проспекты, 85, тел.: +7 (34-72) 15-15-70, 215-16-70). Йәмәғәт фонды ла +7 (34-72) 46-26-86 телефоны буйынса түләүҙәр тураһында һорауҙарға яуап бирергә әҙер», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө мэрияһында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға аҡсалата минималь түләү 210 мең һум тәшкил итә. «Башинформ» яҙғанса, Башҡортостандың ирекле батальондары яугирҙәренә өҫтәмә ярҙам саралары бар. Мәҫәлән, әгәр хәрби 180 көн хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум аҡса бүлә. 2023 йылдың ғинуарында республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай указға ҡул ҡуйғайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-15/v-ufe-prodlili-deystvie-dopvyplat-v-100-tysyach-rubley-dlya-uchastnikov-svo-3522080

Автор:Иван Вавилов
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: