Быйыл ҡырмыҫҡалылар район үҙәгенә Киров урамы буйлап ингән ерҙә 5000-дән ашыу ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Был акцияла 200-ҙән ашыу районыбыҙ ойошмалары, учреждениелары хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәтте.
Акцияла ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Валерий Волик тәбрикләне. Сараның ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов та был акцияның әһәмиәтлеге хаҡында һөйләне һәм эшебеҙҙә уңыштар теләне.
Көрәк-биҙрәләребеҙҙе тотоп, район мәҙәниәт бүлеге әҙерләгән йыр-моңдарҙы тыңлап, дәррәү генә эшкә тотондоҡ һәм тиҙ арала ҡарағай үҫентеләрен ултыртып та бөттөк. Аҙаҡ күмәкләшеп йәш үҫентеләргә һыу һиптек һәм тәмле бутҡанан ауыҙ иттек.
Күмәкләшеп ағас ултыртыу – изге эш һанала. Был көндө ултыртҡан йәш үҫентеләр тиҙ арала тамыр алып, нығынып китерҙәр, тип ышанабыҙ. Бер нисә йылдан бында һулар һауабыҙҙы таҙартыусы, ер-һыуыбыҙҙы һаҡлаусы йәшел ылыҫлы урман барлыҡҡа килер!