Үтәгәндәр үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай!
Үтәгән ауылы халҡының “Айыҡ ауыл” проектына ҡушылырға ҡарар итеүҙәре хаҡында әйткәйнек инде. Әлеге көндә улар сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән эштәрҙе дәррәү башлап та ебәрҙеләр.
Ошо көндәрҙә инициатив төркөм “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” федераль акцияһына ҡушылды. Ошоға тиклем улар был акция сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ ҡулдары менән әҙерләгән туҡмас һәм башҡа ярымфабрикаттар әҙерләп ебәрһә, әле ил һаҡсыларын ҡабаҡтан әҙерләнгән тәм- томдар менән ҡыуандырмаҡсылар. Үтәгәндәрҙең, хатта, үҙҙәре генә белгән үҙенсәлекле рецебы ла бар. Был ысул менән әҙерләнгән ҡайнатмалар оҙаҡ һаҡлана, тиҙәр улар.
Үтәгән ауылы халҡының былтыр тәүге тапҡыр “Ҡабаҡфест” үткәреүҙәре тураһында ла беләһегеҙ. Был байрамдан һуң ҡабаҡ – брендлы ризыҡҡа әүерелде. Беҙгә тыныс күк йөҙө тәьмин итеүселәрҙе лә ҡабаҡтан әҙерләнгән тәмлекәстәр менән һыйламаҡсы үтәгәндәр.
- Быйыл үтәсәк Ҡабаҡ байрамы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналасаҡ, - тип билдәләй ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова.
Ошондай изге эштәр ауыл халҡын берҙәмләштерә һәм үҙҙәренә ниндәйҙер файҙалы шөғөл табырға ярҙам итә, сәләмәт тормош алып барыуға этәргес булып тора. Үтәгәндәрҙең изге ниәттәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын!
Рушания ХӘМӘТҒӘЛИМОВА.