Яҡты хәтирәләр уята
Һуңғы йылдарҙа ҙур теләк менән тыуған Башҡортостаным буйлап сәйәхәт ҡылам һәм бер ҡайҙа ла бынан да матурыраҡ урындар, бынан да байыраҡ тәбиғәт булмауына ҡабаттан инанам...
Күптән түгел генә Ҡарлыман карст йылғаһы бассейнында урынлашҡан Ҡарлыман мәмерйәһендә булырға тура килде. Был мәмерйә бейек гипслы ҡая (урындағы халыҡ уны Олотау тип йөрөтә) нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ҡарлыман ауылы һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бында бик уңған һәм талантлы халыҡ йәшәй.
Тормош иптәшем менән бергә Ҡарлыман ауылында тәүге тапҡыр 25 йыл элек Абакачевтар һәм Ҡотлобаевтарҙың матур ғаиләһендә булғайныҡ. Йылы осрашыуҙарға бай ваҡыттар, йыр- моңдар менән һуғарылған кистәр, бик күңелле аралашыу беҙҙең ғаиләнең хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Икенсе тапҡыр иһә билдәле шағир-фронтовик, Башҡортостандың халыҡ шағиры, халыҡ йыры булып киткән “Әлдә һин бар әле донъяла” йырының авторы Шәриф Бикҡолдоң был ауылдағы йорт-музейына килергә насип булды. Бында беҙ Шәриф Бикҡолдоң тормош иптәше Рәйсә Мирҡасим ҡыҙы, “Кызыл таң” гәзите журналисы, шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина, билдәле йырсы Радик Динәхмәтов һәм ҡыҙым Алина Абдуллина менән килгәйнек. Ул саҡта шағирҙың музейы яңы ғына эшләй башлағайны. Беҙ дискылар, китаптар һәм афишалар бүләк иттек. Был музейҙа композитор Байрас Абдуллиндың ижадына арналған мөйөш булдырылғаны өсөн оло рәхмәтлемен һәм сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм. Ул саҡта беҙ уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән осраштыҡ, ауыл клубында йәмле концерт ҡараныҡ. “Кызыл таң” һәм Татарстандың “Мәдәни жомга” гәзиттәрендә был осрашыу хаҡында Фәниә Ғәбиҙуллинаның “Ике Рәйсәгә бер йыр” тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны.
Йорт-музейҙағы һәр әйберҙе шағирҙың яҡташтары бөртөкләп йыйғандар һәм матур итеп һаҡлайҙар. Музей етәксеһе Фәйрүзә Ҡотлобаеваның ҙур көсө менән музей заманса форма алды, бай эстәлекле мәҙәниәт учреждениеһына әүерелде. Бында даими рәүештә уҡыусылар өсөн саралар уҙғарыла, төрлө тарафтарҙан бихисап яҙыусылар һәм шағирҙар килә.
2019 йылдың 23 майында Ҡарлыманда Шәриф Бикҡолдоң тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Танылған яҡташтарыбыҙ – Тимерғәле Килмөхәмәтов, Барый Ноғоманов, Фәнзил Санъяров, Рәмил Сурағол һәм шулай уҡ йырсы Радик Динәхмәтов, журналист Фәниә Ғәбиҙуллиналар килгәйне. Беҙ ауыл халҡы менән осраштыҡ, шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалдыҡ. Ошо уҡ кисте ауыл клубында ҡунаҡтар өсөн бик матур кисә ойошторолдо.
Йәмле Ҡарлыман ауылы күңелемдә ошондай яҡты хәтирәләр уята.
Рәйсә АБДУЛЛИНА
Өфө ҡалаһы.