Ғорурланабыҙ
Яҡташыбыҙ, эшҡыуар, республика эшҡыуарҙарҙың ирекмәндәр штабы рәйесе, Иҫке Муса ауылы егете Тимерғәле Ураҙғоловты белмәгән кеше юҡтыр.
Тимерғәле Рәлис улы үҙенең изге күңелле, ярҙамсыл булыуы менән дә киң билдәлелек яулаған кеше. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә ул һәр ваҡыт ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Район гәзите редакцияһы “Изге яҙылыу” акцияһы иғлан иткәс тә, иң беренселәрҙән булып уға өндәштек. Тимерғәле Ураҙғолов бер һүҙһеҙ риза булды һәм әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына биш дана “Даирә” гәзите яҙҙырҙы. Үҙе генә яҙҙырып ҡалманы, ул был эшкә дуҫтарын, таныштарын да йәлеп итте.
Тимерғәле Рәлис улы бер нисә тапҡыр МХО- ла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам алып барҙы. Күп балалы атай улы тыуыуын да шунда саҡта ишетте.
Ошондай һоҡланырлыҡ ҙур йөрәкле замандашыбыҙ булыуы менән беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.