Табындар йыйылған ерҙә...
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында иң ҙур Табын башҡорт ырыуының V Төбәк-ара йәштәр фестивале “Табынфест-2023” уҙҙы. Бында Тәтешле, Учалы, Ғафури, Салауат, Асҡын, Ауырғазы, Архангел, Дәүләкән, Балтас һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән килгән вәкилдәр йыйылды. Ҡырмыҫҡалы делегацияһын районыбыҙҙағы Табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев етәкләне.
Байрам ҡунаҡтарының барыһы ла ҙур парадта үткәндән һуң, ҙур сәхнәлә сараны асыу тантанаһында "Табын ырыуҙары" йәмәғәт ойошмаһы Советы идараһы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев:
- Бәрәкәтле Балтас ерендә беҙҙең бишенсе тапҡыр осрашыуыбыҙ.
Ошо фестивалде ойошторған барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәт әйтергә теләйем, сөнки был байрам үҙебеҙҙең һөнәрҙәрҙе күрһәтеү, башҡа ырыуҙаштар менән танышыу һәм аралашыу, яңы еңеүҙәр яулау майҙаны булып тора. Матур саранан күңелебеҙҙе байытып ҡайтырбыҙ, тип ышанам, – тине.
- Александр Суворовтың ярҙамсыһы, башҡорт ғәскәренең баш старшинаһы Ҡолой Балтасов ерендә ошондай байрам үтеүе бигерәк тә мәртәбәле, - тип билдәләне үҙенең сығышында билдәле ғалим-тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
Тантаналы өлөштән һуң байрам ҡунаҡтары төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн таралышты. Район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Айҙар Бакиров етәкселегендә районыбыҙ спортсылары волейбол, уҡ атыу, шашка һәм шахмат ярыштарында көс һынаны. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса Ҡырмыҫҡалы ауылынан Элина Дилмөхәмәтова һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылынан Данир Байбурин шахмат һәм шашка буйынса 2-се урынды яуланылар.
“Табын батыры” бәйгеһендә туғыҙ батыр визит карточкаһы, армрестлинг, милли көрәш, уҡ атыу һәм ижади конкурстарҙа һынау тотто. Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үткән професссиональ көрәшсе, Яңы Бәпес ауылынан Рәфис Ғафаров яҡшы сығышы өсөн диплом һәм иҫтәлекле бүләккә эйә булды. “Табын батыры” титулын иһә Балтас бәһлеүәне Илдар Сәхипов яуланы.
“Табын һылыуы” бәйгеһе лә ҡыҙыу барҙы. Бында ҡатнашыусы ун һылыуҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ ине тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Улар иң тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы, артабан аш-һыу һәм ҡул-эштәренә маһирлығын күрһәтте, халыҡ йолаһынан өҙөк сәхнәләштерҙе, башҡорт халҡының милли кейемдәрендә дефиле күрһәтте, ижади бәйгелә сығыш яһаны. Иҫке Бәпес ауылы ҡыҙы Камилла Шаймарҙанова бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, иң йәш бәйгесе булараҡ билдәләнде. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп улар “Килен һөйөү” йолаһын оҫта итеп күрһәтеүгә иреште. Гран-при Учалынан килгән Миләүшә Баязитоваға юлланды. Әйткәндәй, Камилла Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, әлеге көндә юғары белем алыу тураһында хыяллана.
Батырҙар һәм һылыуҙар ярышҡан арала ҡунаҡтар милли байрамдарыбыҙҙы биҙәп торған тирмәләр буйлап сәйәхәт ҡылды. Һәр тирмәлә төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм көнкүрешен сағылдырған, милли аш-һыуҙарын әҙерләгән. Районыбыҙ тирмәһе халҡыбыҙҙың бай хазинаһын, тарихын сағылдырыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо тиһәм дә һис шаштырыу булмаҫ. Быны, хатта, ҡунаҡтар ҙа билдәләп үтте.
- Ҡырмыҫҡалы районы оҫталары яҡты йөҙ, асыҡ күңел менән аралашты. Район вәкилдәренең шөғөлдәре лә ҡыҙыҡлы. Таҫма сигеү, биҙәү, эшләү станогында матур таҫма, билбау эшләйҙәр. Туҡыу станогында ла эшләп күрһәттеләр. Ә милли кейемдәр күргәҙмәһе бар ҡараштарҙы үҙенә йәлеп итте. Боронғо әйберҙәр күргәҙмәһе сал тарихты сағылдырҙы, - тип яҙалар был турала “Балтач таңнары” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Райондаштар рәсми ҡунаҡтарҙы халыҡ йырҙары, милли ризыҡтар менән ихлас ҡаршы алды һәм башҡорт халҡының боронғо әйберҙәре менән йыһазландырылған, милли ризыҡтарыбыҙ менән тулы бай табын әҙерләнгән тирмәгә саҡырҙы. Тирмәләге барлыҡ экспонаттар ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәр кем иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты.
Башҡорт ихатаһында урынлаштырылған халыҡ кәсебе изделиелары, Табын ырыуы башҡорттары кейемдәре күргәҙмәһе лә бер кемде битараф ҡалдырманы. Бында Гүзәл Искәндәрова һәм Гөлнур Шаймарҙанова оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Рамаҙан Шаймарҙанов етәкләгән эҙләнеү отряды табыштары эргәһенән дә кеше өҙөлмәне.
Ҡырмыҫҡалылар йәштәр дискотекаһында ла, байрам сәхнәһендә лә тамашасыны үҙҙәренең сағыу сығыштары менән һоҡландырҙы. Дамир Ишембаев һәм Гөлшат Ильясованың дәртле һәм рухлы йырҙарын, Имза Биктимеровтың ҡурай моңдарын һәм оҙон көйөн халыҡ ихлас ҡабул итте.
“Табынфест – 2023” фестивален йомғаҡлау сараһында Фәрғәт Ҡотлобаевҡа “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ә Гүзәл апай Искәндәрова иһә башҡорт халҡының Табын ырыуҙары йыйынын, “Табынфест” йәштәр фестивален ойоштороу һәм үткәреүгә ярҙамы, йәш быуынды алдынғы милли мәҙәни йолалар нигеҙендә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Сара һуңында фестивалдең күсмә вымпелы Ауырғазы районына тапшырылды. Ә был инде киләһе йыл байрам Ауырғазы ерендә ойоштороласаҡ тигән һүҙ.
Йәштәр фестивалендә ҡатнашыусы беҙҙең район командаһы сараны ойоштороуҙа ҙур көс һалыусы Миләүшә Исмаиловаға һәм Гөлшат Ильясоваға, тәмле аштар менән һыйларға ла, байрам сараһында ҡатнашырға ла өлгөргән алыштырғыһыҙ Фәнзиә Өмәтҡоловаға, водителдәр Илдар Заһиҙуллинға һәм Рәмил Әхмәтовҡа оло рәхмәтле булыуҙарын белдерә.
Быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, ырыуҙаштарҙы берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Табынфест”артабан да шулай татыулыҡ өлгөһө булып гөрләр, тип ышанабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.