Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Июнь 2023, 16:37

Йылғыр ҙур һынау тоторға әҙерләнә

Әлеге көндә Йылғыр ҙур һынау тоторға әҙерләнә.  Йыл һайын Өфө ҡалаһының "Аҡбуҙат" ипподромында уҙғарылған “Терра Башкирия” исемле ат спорты турнирында ҡатнашасаҡ ул.

Йылғыр ҙур һынау тоторға әҙерләнә
Йылғыр ҙур һынау тоторға әҙерләнә

Йылғырға уңыштар теләйбеҙ

Башҡорт халҡының тарихы йылҡы менән бәйле. Ат йәнле халҡыбыҙҙың был йорт хайуанына арналған ауыҙ-тел ижады ла бай – бик күп йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр  һәм легендалар ижад ителгән. Башҡорт аты илебеҙгә килгән яуҙарҙа ла бөтмәҫ дан яулаған. Бөйөк Ватан һуғышында яҡташыбыҙ, генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге ҡатнашҡан башҡорт атлы дивизияһы үҙе генә ни тора.

Милли байрамдарҙа уҙған ат сабыштарын яратмаған кеше юҡтыр. Быйылғы Һабантуйҙа Олокүл ауылынан Илмир Әминев үҙенең Неуловимый ҡушаматлы аты менән беренселекте яуланы. Уның башҡорт тоҡомло Йылғыр ҡушаматлы тағы бер айғыры бар. Архангел районы Һабантуйында ул икенсе урынды алды. Әлеге көндә Йылғыр ҙур һынау тоторға әҙерләнә.  Йыл һайын Өфө ҡалаһының "Аҡбуҙат" ипподромында уҙғарылған “Терра Башҡортостан” исемле ат спорты турнирында ҡатнашасаҡ ул.

Дыуан районында тыуып үҫкән башҡорт тоҡомло Йылғырға дүрт йәш. Ул былтыр үҙенең тәүге хужаһы менән “Терра Башҡортостан” турнирында ҡатнашырға өлгөргән. Һоро айғырҙы Илмир быйыл һатып алған.

- Һатып алыр алдынан миңә һәр аттың шәжәрәһен өйрәнергә тура килә. Шулай уҡ ҡайһы ярыштарҙа ҡатнашҡан, ниндәй һөҙөмтәләр күрһәткәненә ҙур иғтибар бирәм. Тәү ҡараштан Йылғыр миңә оҡшап етмәне. Һуңынан уны яҡындан күргәс һәм һыбай йөрөп ҡарағас, аттың сыҙамлы, аҡыллы икәнен аңланым. Мине лә тиҙ оҡшатты ул һәм тиҙ генә ат ташый торған кузовҡа менеп тә китте. Тәүге хужалары әйтеүе буйынса, Йылғыр тәүҙә тибендә йөрөгән. Шунан уның сыҙамлы, көслө булыуы һәм ат ярыштарында ҡатнашырлыҡ башҡа сифатарын күреп, сабышҡа өйрәтеп алғандар. Йылғыр үҙенә һәр кемде ултыртмай, кешене һайлай. Оҡшамаған кеше ултырһа, алып ташларға ла мөмкин. Уның рухы һәм көсөнә башҡа аттар көнләшеп ҡарарлыҡ. Балаларҙы ныҡ ярата.

Аттарһыҙ йәшәй алмайым. Ат – ул иң тоғро, ышаныслы дуҫ. Улар һине бер ҡасан да ташламаясаҡ. Ҡайһы бер кешеләр менән уртаҡ тел табып булмай, ә аттар менән тиҙ дуҫлашам. Һинең кәйефең бармы, юҡмы икәнен улар әллә ҡайҙан һиҙеп тора. Үҙем дә уларҙың хәлен аңлайым. Йылғыр алма, ҡарбуз, кишер ашарға ярата. Ярыштарҙан һуң тәмлекәстәр менән һыйлайым үҙен, - ти бала саҡтан ат яратҡан тренер-жокей Илмир Әминев.

Йылғыр мәртәбәле “Терра Башҡортостан” турнирында һынатмаҫ һәм Ҡырмыҫҡалы районының данын күтәрер тигән өмөттәбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: