-3 °С
Болотло
Мөкәй мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары был юлы үҙенең бар ғүмерен мәктәпкә бағышлаған Зилә Нурмөхәммәт ҡыҙына юлланды. Ул бәләкәс уҡыусыларҙы бик ихлас ҡаршы алды. Малай һәм ҡыҙҙар гөлдәргә һыу һипте, иҙән һеперҙе, туҙан һөрттөләр. Зилә әбей уҡыусыларҙы тәмлекәстәр менән һыйлап, бүләк таратты. Был бәләкәй генә изге эштән уҡыусыларҙың да, йорт хужаһының да күңеле булды. Зилә әбей, ҙур рәхмәт, "5" генә уҡығыҙ, - тип балаларҙы оҙатып ҡалды.
Гүзәл Сыңғыҙова.