Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Февраль 2023, 11:19

Ирекмәндең күңеле изгелектә

Малай ауылы егете Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 4-се курс студенты Илмир Ҡоҙаҡаев иһә тап һуңғылар рәтенә инә. Илмир уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Студенттар көнө айҡанлы, Илмирҙы “БСТ” каналынан да күрһәттеләр. Унда ул “Башҡортостандың студенттар отряды” ағзаһы, ирекмән булараҡ ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында һөйләне.

Ирекмәндең күңеле изгелектә
Ирекмәндең күңеле изгелектә

Студент йылдарын һәр кем үҙенсә үткәрә. Кемдер һәүетемсә генә диплом алыр ваҡытын көтөп йөрөһә, бәғзе берәүҙәр уны иң сағыу, иң әүҙем, ғүмерлеккә күңелдә уйылып ҡалырҙай хәтирәләр менән үткәрергә тырыша. Иң мөһиме – бөтә нимәгә өлгөрөп ҡалырға кәрәк, аҙаҡ үкенерлек булмаһын.
Малай ауылы егете Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 4-се курс студенты Илмир Ҡоҙаҡаев иһә тап һуңғылар рәтенә инә. Илмир уҡыуҙа ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Студенттар көнө айҡанлы, Илмирҙы “БСТ” каналынан да күрһәттеләр. Унда ул “Башҡортостандың студенттар отряды” ағзаһы, ирекмән булараҡ ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында һөйләне.
- Уҙған йыл августан сентябрь айына тиклем “Башҡортостандың студенттар отряды” составында Луганск ҡалаһында гуманитар ярҙам акцияһында ҡатнашып, инфраструктураны тергеҙеүҙә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Беҙ унда һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе түгел, ә иҫке биналарға косметик төҙәтеү эшләнек. Сөнки ул ҡалаларҙа совет власынан бирле бер нимә лә төҙөлмәгән һәм төҙәтелмәгән булған. Беҙҙең төп объект юнармияның мәҙәни үҙәге булды. Мәктәп-интернатында йәшәп, беҙ унда өр-яңынан косметик төҙәтеү эштәре башҡарҙыҡ, тине Илмир Ғәлиәскәр улы.
Илмир ирекмәнлек эше менән тәүге курстарҙа уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Студенттар отрядында тормағанда уҡ, “dobro.ru” сайтына инеп, шәхси кабинетын асҡан һәм унда килгән заявкалар буйынса ярҙам итергә йөрөгән. Ул шулай уҡ Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы биргән заявкалар буйынса өлөшләтә мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә лә ярҙам итеүҙә ҡатнаша. Иптәштәре менән обойҙар йәбештерә, линолеум түшәй, йыһаздар ташый.
- Мин был ваҡиғаларҙан ҡырҙа тора алмайым, сөнки ике ағайымда хәрби махсус операцияла ҡатнаша. Әйткәндәй, бер туған ағайым Марат Ғимранов яңыраҡ хәрби махсус операцияла батырлыҡ күрһәткән өсөн Жуков миҙалына лайыҡ булды. Яҡын киләсәктә иптәштәрем менән Донбасты төҙөкләндерергә барасаҡбыҙ, беҙҙең Луганск ҡалаһында ла алған тәжрибәбеҙ бар хәҙер. Беҙҙең бурыс – халыҡҡа ярҙам итеү, - ти изге күңелле, өлгөр яҡташыбыҙ.
Малай ауылында йәшәүсе Илмирҙың әсәһе Гөлдәр Фәрүс ҡыҙына туғандарына һәм яҡташтарына өлгө булырлыҡ ошондай шәп егет үҫтергәндәре өсөн ғорурланырға ғына ҡала.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: