Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Ғинуар 2023, 17:02

Донъяны изге ғәмәлдәр йәмләһен

Быйылғы йыл “Атайсалға - изге ғәмәлдәр” йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан беҙ ҡырмыҫҡалыларҙың яҡташтар ойошмаһы идараһы рәйесе, райондың маҡтаулы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.- Фәнил Шәмсетдин улы, быйылғы йыл “Атайсалға - изге ғәмәлдәр” йылы исеме аҫтында үтә. Уның маҡсаттары һәм “Атайсал” проекты хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе?

Донъяны изге ғәмәлдәр йәмләһен
Донъяны изге ғәмәлдәр йәмләһен
- Эйе, быйылғы йылда республика башлығы Радий Хәбиров нәҡ ошо исем менән нарыҡланы. Уның һүҙҙәренсә, һәр кем кесе Ватанына ниндәйҙер файҙа килтерергә теләй. Кемдер күберәк, кемдер аҙыраҡ, әммә һәр кем быны эшләһә, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ.
Ысынлап та, “Атайсал” проектының мөмкинлектәре бик күп. Проекттың нигеҙендә тыуған районға, ауылға, мохтаж кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтеү ята. Ул төрлө өлкәлә бойомға ашырыла ала: төҙөлөштә, юлдар, яңы объекттар, ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә, төрлө мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреүҙә, мәктәптәрҙе шефлыҡҡа алыуҙа, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына мемориаль һәйкәлдәр, обелискылар, стелалар асыуҙа.
- Районыбыҙҙа был проектты бойомға ашырырға ярҙам итеүсе яҡташтарыбыҙ араһында кемдәрҙе атар инегеҙ?
- Районда был акцияға тиклем үк тыуған ауылдарына, мәктәптәренә һәм башҡа өлкәләр буйынса ярҙам ҡулы һуҙған байтаҡ яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен ғорурлыҡ менән атай алыуыма шатмын. Улар араһында предприятиелар етәкселәре Рафаэль Нурмөхәмәтов, Фәнис Исхаҡов, Юрий Еремин, эшҡыуарҙар Рәүеф Әлмөхәмәтов, Айрат Сөләймәнов, Нил Хәмитов, Алексей Калганов, Йосоп Мирсәйетов, профессорҙар Тимерғәле Килмөхәмәтов, Михаил Малюшин, яҙыусы Ирек Кинйәбулатов, Дилә Булгакова, халыҡ артисы Йәмил Әбделмәновтар һүҙҙә генә түгел, эштәре менән дә тыуған ерҙәренә, үҙ халҡының йолаларына тоғролоҡтарын иҫбатланы. Уларҙың ярҙамдарын район халҡы ысынлап та күреп тора һәм уларға бик рәхмәтле.
- Өфөлә Ҡырмыҫҡалы яҡташтар ойошмаһы ҡасандан бирле эшләп килә?
- Беҙҙең тәүге ултырыш 2000 йылдың 3 апрелендә уҙғарылды һәм унда ойоштороу комитеты һайланып, яҡташ-ҡырмыҫҡалылар берекмәһе төҙөлдө. Алда әйтеп кителгән иғәнәселәрҙең күбеһе ошо ойошма составына индерелде. Шул уҡ йылдың 20 майында “Юбилейный” мәҙәниәт һарайында район вәкилдәре ҡатнашлығында учредителдәр йыйылышы ойошторолдо. Унда 11 һәм 23 кешенән торған ойошма идараһы һәм советы һайланды. Рәйесе итеп мин һайландым, урынбаҫарҙар итеп Рәүеф Әлмөхәмәтов һәм Азамат Ғәйфуллин тәғәйенләнде.
Был осрашыуҙа яҡташтар ойошмаһы ағзалары райондан сыҡҡан барлыҡ яҡташтарҙы бергә туплауҙы, райондың киләсәктәге үҫешенә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүҙе үҙҙәренең төп маҡсаты һәм бурысы итеп ҡуйҙы. Шул ваҡыттан алып, районыбыҙҙан сыҡҡан кешеләр ярҙамында бик күп төрлө саралар, акциялар, ижади осрашыуҙар уҙғарылды. Район халҡы һәр ваҡыт уларҙың ярҙамын тойоп һәм башҡарған эштәрен күреп йәшәй.
- Фәнил Шәмсетдин улы, уҙған йыл Асҡын районында һәм беҙҙең районда “Атайсал - яҡташлыҡ көсө” йыйындары үтте. Был йыйындар ойошмалар эштәренең йомғаҡтарын барлау, яҡташтарҙы туплау өсөн үткәрелдеме?
-Эйе, тап шулай. Беҙҙең районда һигеҙ район ҡатнашлығында үткән “Кесе ватаным - Атайсал” муниципаль-ара йыйынында яҡташтарҙың 900 миллионлыҡ ярҙам күрһәтеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. “Атайсал” проектының мөмкинлектәре киң, 2021 йылдан 2022 йылға тиклем сайтта 12 мең ғариза теркәлгән, уларҙың 11 меңе ҡаралған, 700-ө тамамланыу өҫтөндә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Был йыйында көслө фекерҙәр яңғыраны, киләсәккә файҙалы ҡарарҙар ҡабул ителде. Райондан сыҡҡан һәм әле лә тыуған төйәктәренә ярҙам итеп торған иң әүҙемдәр Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
- Фәнил Шәмсетдин улы, районда үткән форумда һеҙҙе үҙәк райондарҙың төбәк координаторы итеп һайлап ҡуйҙылар. Был йәһәттән һеҙҙең пландарығыҙ?
- Район етәкселеге менән йыл һайын төҙөлгән планға ярашлы Өфө ҡалаһында даими эш алып барыла. Киләсәктә ҡырмыҫҡалылар күпләп йәшәгән Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында ла яҡташтар ойошмаһының бүлексәләрен асырға ниәтләйбеҙ.
Хәҙерге ваҡытта муниципаль власть, урындағы актив менән берлектә балалары, ирҙәре Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә матди һәм рухи ярҙам күрһәтеү шулай уҡ беҙҙең бурысыбыҙ.
Әйткәндәй, яҡташтар ойошмаһы тарафынан Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел райондары гәзиттәре редакциялары менән берлектә “Тыуған илем – табын ере” тип аталған шиғырҙар бәйгеһе иғлан итеү планлаштырылды. Әлеге ваҡытта уның положениеһы эшләнгән. Уның нигеҙендә төрлө райондарҙың талантлы кешеләре яҙған шиғырҙар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк һәм иң яҡшылары тип билдәләнгәндәре китап итеп сығарыласаҡ.
- Яҡташлыҡ көсө һеҙҙең өсөн нимә ул? Һеҙ уға ышанаһығыҙмы?
- С. Ожегов һәм Н. Шведова сығарған рус теленең толковый словарында яҡташлыҡ тураһында бына нимәләр килтерелгән. Беренсеһе, бер ерҙә тыуған кешеләрҙең тыуған еренә берегеүе, икенсеһе, башҡа ерҙәрҙә, илдә йәшәгән яҡташтарҙың берләшеүе.
Шуға бәйләп, бер миҫал килтерер инем. Беҙ, ҡырмыҫҡалылар Өфөнөң 1-се интернатында уҡыған сағыбыҙҙа һәр ваҡыт бергә булырға тырыштыҡ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, өлкәндәр кеселәрҙе ҡарап йөрөттө. Каникулдарға ла “Өфө - Ишембай” поезына ултырып, өлкән яҡташтарыбыҙ менән бергә ҡайта инек. Шулай булғас, һәр заманда ла яҡташлыҡ көсө булған һәм буласаҡ, тип әйткем килә.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фәнил Шәмсетдин улы. Уңыштар һеҙгә.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: