Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Ғинуар 2023, 20:14

Социаль хеҙмәттәр электрон алымға күсә

Был эште тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә.   

Социаль хеҙмәттәр электрон алымға күсә
Социаль хеҙмәттәр электрон алымға күсә

Башҡортостан Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында 100 процент күрһәткесе менән социаль әһәмиәткә эйә булған дәүләт хеҙмәттәрен электрон алымға күсереү буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Ил Президентының күрһәтмәләрен үтәү һөҙөмтәләрен Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең федераль һәм төбәк кимәлендә һанлы трансформация мәсьәләләре менән етәкселек итеүсе вице-премьеры Дмитрий Чернышенко һөйләне.

- 2019 йылдан алып Башҡортостанда социаль әһәмиәткә эйә булған киң хеҙмәттәрҙе йәшәү сифатын һәм бизнес шарттарын яҡшыртыу өсөн электрон алымға күсереү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Проектты төбәктәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) ярашлы тормошҡа ашыра. 2022 йыл аҙағына тиклем социаль әһәмиәткә эйә булған бөтә хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү уңышлы тамамланды. Бындай хеҙмәттәр исемлегендә кәмендә 160 йүнәлеш бар», — тине Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Федераль хеҙмәттәргә йылына 100 меңдән ашыу ғариза, төбәк хеҙмәттәренә иһә 40 меңдән ашыу ғариза бирелгән хеҙмәттәр социаль әһәмиәткә эйә булған хеҙмәттәр тип һанала. Мәҫәлән, бала тыуыуын теркәү, пенсия тәғәйенләү, паспорт биреү, түңәрәктәргә яҙылыу, балалар өсөн түләүҙәр тәғәйенләү һәм башҡалар.

Халыҡ өсөн әһәмиәтле булған хеҙмәттәрҙе берҙәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы платформаһына күсереү кешегә онлайн форматта барыһын да атҡарыу мөмкинлеге бирә һәм һанлаштырыу йәһәтенән атҡарылған хеҙмәттәрҙең береһе булып тора.

Башҡортостанда "Дәүләт хеҙмәттәре"ндә өс миллионға яҡын кеше теркәлгән. Иң күп теркәлеүселәр Стәрлебаш  районда – 86 процент, Шаранда – 82 процент, Бөрйәндә – 76 процент, Баймаҡта – 75 процент һәм Асҡында 72 процент.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан   

Фото: it-world.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: