-3 °С
Болотло
Тәжрибәле уҡытыусының уҡыусылары берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра.
Быйыл 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Гарапова йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса олипиадала еңеүсе булды. 8-се класс уҡыусыһы Ислам Садиҡов фәнни-ғәмәли конференцияның республика этабында бер нисә тапҡыр 1-се урын яулаған.
Остаздарының юлын һайлаған уҡыусылары ла бихисап. Мәҫәлән, Илһам Садиҡов быйыл Башҡорт дәүләт университетының тарих теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының 5-се курсын тамамлай. Шул уҡ факультетты тамамлаған Айгөл Әбсәләмова байтаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгәндән һуң мәктәпкә тарих теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып эшкә килгән. Киләсәктә уҡытыусыһын алмаштырырға ниәтләй.