Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Ғинуар 2023, 11:34

Йыл краеведы

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Резида Әхтәмова төп китапханасы эшенән тыш һәр ваҡыт йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй. 

Йыл краеведы
Йыл краеведы

Ул тыуған яҡты, уның тарихын өйрәнеүгә йәлеп ителеп, музей өсөн бай материал туплай. Ғүмер буйы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яу яландарынан иҫән ҡайтҡан ауылдаштарының фотоларын йыя, белешмәләр, мәғлүмәттәр туплау буйынса ҙур эштәр башҡара. Ауыл, мәктәп тарихын һәм яҡын туғаны легендар полководец Миңлеғәле Шайморатовтың шәжәрәһен төҙөүгә күп көс түгә. Мәктәп тарихы тураһында бай йөкмәткеле, ҙур күләмле альбомдар төҙөй, фотолар менән стенд эшләй, улар мәктәп коридорының стенаһына эленә. Тыуған яҡты өйрәнгән материалдарын туплап, китаптар сығара. Резеда Шамил ҡыҙы – ун китап авторы. Уның ҡатнашлығында район ике грантҡа эйә була. Ғөмүмән, ул барыһын да йөрәк ҡушыуы буйынса эшләй.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: