Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Ғинуар 2023, 11:31

Йыл ауыл биләмәһе башлығы

Илвир Моратшин етәкләгән Шайморатов ауыл биләмәһенә Шайморатов, Илтирәк, Варшавка, Тауһеңер, Новандреевка, Грачевка ауылдары ҡарай. 

Йыл ауыл биләмәһе башлығы
Йыл ауыл биләмәһе башлығы

700 хужалыҡта 1900 кеше йәшәй. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән 5 крәҫтиән-фермер хужалығы, “Ростех” йәмғиәте заводы уңышлы эшләй, шәхси эшҡыуарҙар бар. Балалар баҡсаһы төркөмөн үҙ эсенә алған бер мәктәп, бер балалар баҡсаһы, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике клуб иҫәпләнә. Ауыл Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары, ауыл активы менән берлектә бик күп саралар үтә. Шуға бәйле яҡташыбыҙ генерал-майор Шайморатовтың тыуған ауылы йыл әйләнәһенә алыҫ тарафтарҙан йыш ҡына ҡунаҡтар ҡабул итә, сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә.
Уҙып барған йылда Шайморатов ауылының 9 май, Шайморатов урамдарында һыу юлы торбалары алмаштырылған, клубтың күргәҙмә залы, мәсет, обелиск төҙөкләндерелгән. Тауһеңер ауылында Күл урамы, Варшавка ауылында Ялан урамдарына ҡырсынташ түшәлгән. Киләһе йылға Варшавка ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында еңеп сығып, спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләй.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: