Мөһим. Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡыты - 10 йыл. Әгәр ҙә ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланһа, уны автоматик рәүештә өс йылға оҙайталар: vk.cc/cjEyIi
Водитель таныҡлығын срогы тулғансы нисек алмаштырырға?
ЮХХДИ бүлексәһенә түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
- ғәмәлдәге водитель таныҡлығы;
- паспорт;
- ғәмәлдәге медицина белешмәһе;
- дәүләт пошлинаһын түләү тураһында чек;
- ғариза.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәрендә бирергә, алдан уҡ дәүләт пошлинаһын түләргә һәм медицина комиссияһы үтергә мөмкин, сөнки медицина белешмәләре 12 ай дауамында ғәмәлдә ҡала: vk.cc/cjEyJZ.
Яңы документ тапшырыр алдынан һеҙҙе фотоға төшөрәләр.
Штрафты ташлама менән нисек түләргә?
Штрафты ҡарар сыҡҡандан һуң 20 көн эсендә 50% ташлама менән түләргә мөмкин: http://vk.cc/cjEyHd
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
-8 °С
Болотло