Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Декабрь 2022, 09:39

Гүзәлиә махсус хәрби операцияға киткән

Ҡыйыу ҡатын унда нимә менән шөғөлләнә һуң?

Гүзәлиә махсус хәрби операцияға киткән
Гүзәлиә махсус хәрби операцияға киткән

Өфө ҡалаһынан Гүзәлиә Вәлиева – профессиональ парикмахер, эш стажы – 13 йылдан ашыу. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, эшҡыуар ҡатын махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк һалдаттарға ярҙам итергә теләй.

Уны Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәре янына ебәрәләр, ул унда егеттәрҙең сәсен ҡырҡа һәм бының өсөн бер тин дә алмай.

«Был – беҙҙең һалдаттар, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар, егеттәрҙең барыһы ла ихлас күңелле, яғымлы һәм алсаҡ. Әле уларға еңел түгел. Бөтә күңелем менән ярҙам иттем. Барыһына ла тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем һәм еңеүгә ышанам», – тип һөйләгән Гүзәлиә Зәки ҡыҙы.

Бына шундай ҡыйыу йөрәкле гүзәл заттарыбыҙ бар арабыҙҙа. Гүзәлиә Вәлиеваның был аҙымына тик "Афарин!" тиергә генә ҡала.

Фото: Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: