Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
9 Декабрь 2022, 16:03

Рим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим итте

"Атайсал" проектына бәйле конкурстың шарты ниндәй?  

Рим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим иттеРим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим итте
Рим Хәсәнов конкурс үткәрергә тәҡдим итте

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында "Кесе Ватаным – Атайсал” форумы бара, тип хәбәр иткәйнек. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы композитор Рим Хәсәнов шиғырҙар конкурсы ойошторорға тәҡдим итте.

- "Атайсал" - ифрат әһәмиәтле, мөһим проект. Ул ауылдарҙың киләсәген хәстәрләүгә йүнәлтелгән, - тине композитор. - Ошо проект ҡарамағында иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу идеяһы барлыҡҡа килде. Шарты берәү генә: һәр дүрт юллыҡта "атайсал" һүҙе булырға тейеш. Бәләкәй Ватандың йәшәү нигеҙе, тормошобоҙҙоң киләсәге икәнен аңлатыуға тос өлөш индергән мөһим проектҡа артабан да ҙур уңыштар теләйем!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас