Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
2 Декабрь 2022, 14:45

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе республика халҡына ашығыс хәбәр еткерҙе

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов республика халҡына мөһим хәбәр еткерҙе. 2 декабрҙә ул үҙенең телеграм-каналында водителдәрҙе алдағы ял көндәрендәге күләмле рейдтар хаҡында иҫкәртте.

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе республика халҡына ашығыс хәбәр еткерҙеБашҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе республика халҡына ашығыс хәбәр еткерҙе
Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе республика халҡына ашығыс хәбәр еткерҙе

«Бөгөн һәм киләһе ял көндәрендә республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәренең өҫтәмә экипаждары эшләй. Федераль һәм төбәк автомобиль юлдарында экипаждарҙы көсәйтеү тураһында ҡарарҙы фажиғәләрҙе анализлағандан һуң ҡабул иттем. Республиканың ҡала һәм райондарында юл-патруль хеҙмәте экипаждарынан тыш, полицияның башҡа хеҙмәттәре лә йәлеп ителә. Өҫтәмә иҫкәртеү саралары ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймауға һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән», - тине Владимир Севастьянов.

Бынан тыш, бөгөн кис Өфөлә, Сипайлово урамында водителдәрҙе тикшереү ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-02/rukovoditel-gibdd-bashkirii-obratilsya-k-zhitelyam-respubliki-s-ekstrennym-soobscheniem-3055457

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас