+24 °С
Ямғыр


Сәйҙә ВӘЛИЕВА, Үтәгән ауылы:
- Руль артына 45 йәштә ултырҙым. Әлхәмдүлиллаһ, ошо ноябрь айында тимер атты эйәрләүемә 15 йыл булып та киткән икән. Еңеү өсөн түгел, ҡыҙыҡ өсөн генә ҡатнашырға булып киттем был конкурста. Хәҙерге заманда автомобилһеҙ булмай. Кәрәк ергә тиҙ генә, елдереп кенә бараһың да киләһең. Барыһына ла имен юлдар, машиналарыбыҙҙың һәр ваҡыт төҙөк һәм гел генә сафта булыуын теләйем. Юлдағылар һәр саҡ юлда булһындар. Ошондай ҡыҙыҡлы конкурстар гелән үткәреп торғанығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ.