

Винера ЗАҺИҘУЛЛИНА, Прибельский ауылы, 3-сө урын:
- Машинала 16 йыл йөрөйөм, Аллаға шөкөр. Тормош иптәшем вафат булып киткәс, уҡып, ир-егеттәр һөнәрен үҙләштерергә тура килде. Ул ваҡытта миңә 45 йәш ине һәм Межгорье ҡалаһында йәшәй инем. Үтәгән ауылына атай-әсәй янына ҡайтып йөрөргә кәрәк тип руль артына ултырҙым. Хәҙер инде күпме юлдар үтелгән. Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Белорет яҡтарының борма-борма юлдарын бик күп тапҡырҙар үттем. Юлда йөрөгәндә һәр ваҡыт доғаларымды уҡып йөрөйөм. Руль артында йөрөү бик оҡшай миңә. Машинала йөрөгән саҡта нисектер арыуҙарым бөтөп киткән кеүек була. Бәләкәй генә машинам миңә хәҙер ун йыл тоғро хеҙмәт итә. “Тағы берәй ун йылға түҙ инде, аҡыллым”, - тип үҙен гел маҡтап ҡына торам. Шундай матур саралар үткәреп тороуығыҙға ҙур рәхмәт. Һәр береһен ҡарап, күҙәтеп барам. Минең өсөн тауыш биргән барлыҡ таныштарға рәхмәтлемен. Барыбыҙҙың да юлдарыбыҙ гел уң булһын, именлектә йәшәргә насип итһен!