Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
24 Ноябрь 2022, 05:27

Күңел ҡушыуынан килә

Кемгәлер яҡшылыҡ ҡылыу бер ниндәй ҙә бурыс та, батырлыҡ та түгел, ә күңел ҡушыуынан килә. Кешеләргә эшләгән изгелегең үҙеңә лә күпкә артып әйләнеп ҡайта тиҙәр.

Күңел ҡушыуынан киләКүңел ҡушыуынан килә
Күңел ҡушыуынан килә

Күңел ҡушыуынан килә

Халҡыбыҙҙа изгелек, яҡшылыҡ ҡылыу тураһында бик күп мәҡәлдәр йәшәп килә. “Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай”, “Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, Халиҡ (Хоҙай) белер” һәм башҡалар. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосында ла: “Донъяла мәңге ҡалыр эш – ул да булһа яҡшылыҡ. Күккә осор яҡшылыҡ, һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ, телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ” тиелгән.

Кемгәлер яҡшылыҡ ҡылыу бер ниндәй ҙә бурыс та, батырлыҡ та түгел, ә күңел ҡушыуынан килә. Кешеләргә эшләгән изгелегең үҙеңә лә күпкә артып әйләнеп ҡайта тиҙәр.

Ошо көндөрҙә Олокүл ауылының “Бәләкәс” балалар баҡсаһына алдынғы эшҡыуар, “Дэлекса” йәмғиәте директоры Дмитрий Колязов оло ярҙам күрһәтте. Ул балалар баҡсаһына бик кәрәкле булған тегеү машинаһы бүләк итте.

- Ярҙам һорап килгәндәргә ҡулымдан килгәнсе ярҙам итеп торам. Мөмкинселегең бар икән, тимәк мохтаждарға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк тигән фекерҙәмен. Балалар – беҙҙең киләсәк. Шуға күрә күберәк балалар учреждениеларына ярҙам итергә тырышам, - ти Дмиртий Колязов.

- Балалар баҡсаһында даими үткәрелгән сараларға, төрлө конкурстарға һәр ваҡыт костюмдар, милли кейемдәр тегергә тура килә. Шуға күрә тегеү машинаһы беҙгә мотлаҡ кәрәк. Ярҙам һорап Дмитрий Юрьевичҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең үтенесте кире ҡаҡманы, шунда уҡ ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Шулай итеп бер аҙна эсендә проблеманы хәл итеп тә ҡуйҙыҡ. Былтыр ҙа “Атайсал” программаһы сиктәрендә дезинфекция саралары бүләк итте. Дмитрий Юрьевичтың бик ярҙамсыл кеше икәнен күптән беләбеҙ. Барлыҡ коллективыбыҙ һәм шулай уҡ балалар исеменән уға оло рәхмәт белдерәбеҙ, - тигән изге һүҙҙәренә ҡушып Рәхмәт хаты тапшырҙы балалар баҡсаһы мөдире Зилара Рим ҡыҙы Исхаҡова.

Кешеләрҙең иң изге бурыстарының береһе булып эргә-тирәңдә йәшәүселәргә, ауылдаштарыңа ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыу тора. Дмитрий Юрьевич та үҙенең кешелек сифаттары, изгелеге менән күптәрҙең ихтирамын яулаған эшҡыуар. Ошондай изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр беҙҙең арала күберәк булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас