Даирә
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Ноябрь 2022, 12:45

Баш ҡалала ҙур төҙөлөш дауам итә

Эшкә 80-дән ашыу кеше, 20 берәмектән ашыу махсус техника йәлеп ителгән.

Баш ҡалала ҙур төҙөлөш дауам итә
Баш ҡалала ҙур төҙөлөш дауам итә

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа ҙур коммуналь объект – “Затон-Көнсығыш” канализация насос станцияһынан ҡала таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем канализация коллекторы төҙөлөшө дауам итә.

Эштең төп этаптарының береһе – Ағиҙел йылғаһы аша 1,05 километрлыҡ дюкерлы үткәүел төҙөү. Әле яр буйы һәм һыу аҫты траншеялары ҡаҙыла, үткәргес торбаларҙың ике тармағы иретеп йәбештерелә. Һыу аҫтынан планлаштырылған ике үткәргес торбалар тармағының береһе һуҙылған, икенсеһе буйынса эш бара.

Йылға аша дюкерлы үткәүел ҡороу объект төҙөлөшөнөң өсөнсө этабына ҡарай. Дөйөм алғанда, бында дүрт эш этабы ҡаралған. Участкаларҙың күбеһендә ике сменала әүҙем эш дауам итә. Майҙансыҡтарға 80-дән ашыу кеше, 20 берәмектән ашыу махсус техника йәлеп ителгән.

Мәғлүм булыуынса, был күләмле эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) бер өлөшөн тәшкил иткән “Стимул” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news/473756.html

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/349426

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: