

Бөгөн иртән Сибайҙан күңелһеҙ хәбәр килде. Бында балыҡсы боҙ аҫтына китеп, һыуға батҡан. Был туралағы хәбәр сәғәт иртәнге туғыҙҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына килә. Шаһиттар Сибайҙағы Балыҡсы йорто күлендә боҙ аҫтына кеше төшөп китеүен әйтә.
Ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, табиптар һәм полиция килгән. Килеп еткәс, ҡотҡарыусылар ирҙе һыуҙан сығарған һәм табиптар килгәнсе реанимация эштәрен башҡарған. Әммә файҙаһы булмай, табиптар 64 йәшлек ирҙең үлгәнен теркәй.
Хөрмәтле балыҡсылар! Ҡалынлығы ете сантиметрҙан кәм булған боҙға сығыу тыйыла! Ғәҙәттә, һыу ятҡылыҡтары тигеҙһеҙ, өлөшләтә туңа: тәүҙә яр буйында, һай урындарҙа, елдән һаҡланған ҡултыҡтарҙа, һуңынан уртала. Күлдәрҙә, быуаларҙа, тымыҡ бөтә һыу ятҡылыҡтарында боҙ ағым һыулы йылғаларға ҡарағанда иртәрәк барлыҡҡа килә. Йоҡа боҙ һөт төҫөндә - болотло һоро, ғәҙәттә, күҙәнәкле була. Бер үк һыу ятҡылығында боҙҙарҙың бер үк ҡалынлыҡта, әммә ныҡлығы төрлө булып сиратлашыуын күрергә мөмкин.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.