Даирә
+24 °С
Ямғыр
Атайсал
17 Ноябрь 2022, 15:18

Районда - яңы баш табип

Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһының баш табибы итеп Азамат Ғәлиев тәғәйенләнде.

Районда - яңы баш табипРайонда - яңы баш табип
Районда - яңы баш табип

2006 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында “Дауалау эше” буйынса белгеслек алғандан һуң, Азамат Ғәлиев интернатурала, һуңынан ординатурада дөйөм хирургия кафедраһында уҡыуын дауам итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2010 йылда район үҙәк дауаханаһында башлай. Был йылдар эсендә ул хирургия бүлегенең табип-хирургы, хирургия бүлеге мөдире, медицина буйынса баш табип урынбаҫары, эндоскопист табип вазифаларҙа эшләне.
2020 йылда ул Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһының гастрохирургия бүлегенә табип-хирург булып күсә.
- Район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһы – минең өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Беҙҙең алда ҡатмарлы бурыстар тора. Уларҙы хәл итеү өсөн беҙгә берләшергә кәрәк. Бер-беребеҙҙе аңлап эшләгәндә генә маҡсатыбыҙға ирешәсәкбеҙ. Шул ваҡытта ғына районда медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшырта алырбыҙ, тип ышанам, - тине Азамат Әмирйән улы.
Азамат Ғәлиев табиптар династияһынан. Олатаһы Нәзиф Ғатин һәм әсәһе Резеда Ғәлиева байтаҡ йылдар район үҙәк дауаханаһында эшләне. Тормош иптәше Дилара шулай уҡ үҙен медицина өлкәһенә бағышланы. Азамат һәм Дилара Ғәлиевтар өс бала үҫтерәләр.
Беҙ Азамат Әмирйән улына эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас